Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
8 Ғинуар 2021, 14:00

«Ҡулға тотоп уҡыуға етмәй»

Хәҙисә Ҡонафина, Иҫке Монасип ауылы.

Хәҙисә Ҡонафина,
Иҫке Монасип ауылы.
- Район гәзитен алдырмай ҡалғаным юҡ. Интернетта уҡып барыу мөмкинлеге лә бар, әммә гәзитте ҡулға тотоп уҡыуға етмәй инде. “Таң”да бөтә мәҡәләләрҙе уҡып барабыҙ, бик оҡшай. Ваҡытында ғына таратып торалар. “Хәлдәрең нисек, оло кеше?” рубрикаһын бер ҙә иғтибарһыҙ ҡалдырмайым, тәүге биттәге “Ил өҫтөндә ниҙәр бар?” рубрикаһын да ҡарап барам. Бигерәк тә ғаиләләр тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым. Әсәйемә 83 йәш. Ул 80 йәшенә тиклем “Таң”дан айырылманы, тик хәҙер күҙҙәре күрмәү сәбәпле генә, уҡымай башланы.
Читайте нас: