Рәйлә Аллабирҙина,
Тимер ауылы.
-“Таң” гәзитенә яҙылмай ҡалған саҡтарым да булғыланы, 3 айға ғына ла яҙылған мәлдәр булды. Киләһе йылдың тәүге яртыһына ауылдашыбыҙ, эшҡыуар Нәҙир Алтынбаев “Таң” гәзитенә подписка бүләк итеп, бик шатландырҙы.
Гәзит аша районыбыҙҙағы барлыҡ яңылыҡтарҙы белеп барабыҙ. Мин гәзиттә киләсәктә дарыу үләндәре, халыҡ дауалары хаҡында мәҡәләләр, аш-һыу рецептары йышыраҡ баҫылыуын теләр инем. Миңә хикәйәләр, оло кешеләрҙең күргән-кисергәндәре хаҡындағы яҙмалар айырыуса оҡшай.
1974 йылда Баймаҡ районының Бәхтегәрәй ауылынан Тимергә килен булып төшкәйнем, шунан бирле колхоз таралғанға тиклем эшләнем. Шөкөр, намыҫлы хеҙмәтемде баһалап, маҡтау грамоталары ла бирҙеләр.
4 бала үҫтерҙек. Хәҙер ҙурайып бөттөләр инде.
Пенсия етә, шунан артығы кәрәкмәй ҙә ул, тейем дә ҡуям инде мин. Сөнки тырышһаң, ауыл ерендә етеш йәшәргә бөтә мөмкинлектәр бар бит. Мал көтәбеҙ, ҡош-ҡорт тотабыҙ, картуф, йәшелсә үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа салат-фәләндәр әҙерләп алабыҙ.
Эшҡыуар Нәҙир Алтынбаевҡа беҙгә ошондай шатлыҡ бүләк иткәне өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Эше уң булһын. Бала-сағаһының бәхеттәрен күреп, сәләмәтлектә, ише менән бәрәкәтле тормошта тиң йәшәһендәр. Әйткәндәй, мин Нәҙирҙең магазинына йөрөйөм һәм бик ризамын. Аҙыҡ-түлек гел яңыртылып ҡына килтерелә, кәрәк булған бөтә нәмәне лә ташырға тырышып тора.