“Таң” гәзитенә яҙылып, квитанцияһын редакцияға тапшырыусылар араһында барған “Аҙна һайын – бүләк” уйыны аҙағына яҡынлаша. Үткән аҙнала уйынға ҡатнашҡандар араһынан 4 кеше бүләккә эйә булды. Бына улар: Яңы Усмандан Р. Хәкимов, Ғәҙелгәрәйҙән Р. Яманғолова, Тимерҙән Р. Аллабирҙина, Мораҙымдан С. Моратшина.
Шулай итеп, киләһе аҙнала был уйын тамамлана. Аҙнаның төп бүләге - тәтәй сана эйәһе һеҙҙең арала, дуҫтар!