Әлфинә Сәйфетдинова, Әбйәлил ҡыҙы, Әбделмәмбәт килене.
- Ғаилә ҡорғас, “Таң”ды алдыра башланым. Тыуған яғыма ҡайтҡан һайын Әбйәлилдең “Осҡон” гәзитен уҡый торғайным. Бөрйән кешеләрен белеп етмәгәс, гәзит тәүге мәлдәрҙә ҡыҙыҡһындырмаған кеүек ине, хәҙер өйрәндем, баштан аҙағына тиклем уҡып сығам. Уны интернет селтәрҙәрендә лә ҡыҙыҡһынып ҡарап барабыҙ.
Балалар өсөн баҫмалар алдырабыҙ, шулай ҙа “Таң”да ла балалар өсөн мөйөш булдырылһа ине, тигән теләгем бар. Хикәйәләр уҡырға яратам. Гәзит йәшәһен, үҙ ваҡытында матур яңылыҡтары менән халыҡты ҡыуандырып барһын, тиражы артһын.