Үткән аҙна айырыуса емешле булды – гәзиткә яҙылып, квитанцияларының күсермәһен редакцияға тапшырыусылар 72 булып китте. Шуны иҫәпкә алып, был юлы 6 бүләк уйнатырға ҡарар иттек. Осраҡлы һайлап алыу һөҙөмтәһендә түбәндәге гәзит уҡыусыларыбыҙ бүләк эйәләре тип табылды: Зәкир Дауытов (Әтек), Фелиза Әхмәтова (Иҫке Собханғол), Камила Уразаева (Брәтәк), Хәҙисә Ҡонафина (Иҫке Монасип), Ғәфүрә Ғәлиуллина (Яңы Собханғол), Зөлхизә Юлдашева (Иҫке Монасип), Люциә Йөҙйәшәрова (Ҡотан).
Әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Әйткәндәй, “Таң” гәзитенә подписка әле дауам итә. Ауылығыҙҙағы почтальонға йәки почта бүлексәһенә мөрәжәғәт итә һалып, “Таң”ға ташламалы хаҡҡа яҙылып өлгөрөргә ике көн генә ваҡытығыҙ ҡалды, дуҫтар! Бергә булайыҡ!