Гәзиткә яҙылыу
15 Декабря 2020, 06:00

Район хакимиәте лә “Таң” эстафетаһына ҡушылды

“Таң” гәзитенә яҙҙырыу буйынса эстафетаға райондаштарыбыҙ әүҙем генә ҡушылып ҡыуандырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Таң” гәзитенә яҙҙырыу буйынса эстафетаға райондаштарыбыҙ әүҙем генә ҡушылып ҡыуандырҙы.
Район хакимиәте лә был изге саранан ситтә ҡалманы – улар эстафетаға үҙаллы ҡушылып, үҙҙәрендә эшләгән өс хеҙмәткәрҙе һәм 4 пенсионерҙарын 2021 йылдың тәүге яртыһы өсөн “Таң” һәм “Башҡортостан” гәзиттәренә яҙҙырҙылар. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғайса Хәлитов квитанцияларҙы тантаналы шарттарҙа эйәләренә тапшырҙы.