Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
8 Декабрь 2020, 13:00

Гәзитебеҙ заман менән бергә атлай

Гөлнур Мырҙабулатова, Аҫҡар ауылы.

Гөлнур Мырҙабулатова,
Аҫҡар ауылы.
- “Таң” гәзите менән бәләкәйҙән, хәреф таный башлағандан алып танышмын. Шуға күрә гәзит күңелемә бик яҡын.

Үткән йылдарҙа бер уҡыусым менән “Таң”дың үҫеш юлдары” тип аталған фәнни-тикшеренеү эше әҙерләнек. Элекке йылдарҙан башлап, бөгөнгө көнгә тиклем гәзиттең үҫеше, уның хеҙмәткәрҙәре тураһындағы проект уңышлы, матур килеп сыҡҡайны.

Гәзитебеҙ заман менән бергә атлай. Райондың тарихы ла, бөгөнгөһө лә сағылдырылған материалдарҙы гәзиттән уҡып беләбеҙ.

Бөрйәндең берҙән-бер баҫмаһының быйылғы йылда роле бигерәк ҙур. Халыҡ яҡындан аралаша алмағанда, теге йәки был урындарға йөрөүҙәр сикләнгәндә күп яңылыҡтар, ауылдарҙағы хәлдәр менән гәзит аша танышып барабыҙ.

Бигерәк тә яңы сыҡҡан хикәйәләрҙе, сәйәхәтселәрҙең юлъяҙмаларын яратып уҡыйым. Тик балалар ижады һирәгерәк күренә. Уҡыусылар үҙҙәренең ижад емештәрен “Аманат”, “Йәншишмә” гәзиттәренә ебәрәләр. “Таң”да ла баҫылһа, киләсәк быуындың гәзиткә ҡыҙыҡһыныуы артыр. Шул юҫыҡта эш әүҙемләштерелһә ине, тигән теләгем бар.

“Таң”ыбыҙ алһыу таңлы булһын, йәшәһен, ҙурайһын, тиражы артһын! Һау-сәләмәт булайыҡ!
Читайте нас: