Нисек итеп, Шишмә һынлы Шишмәнән Бөрйәнгә тиклем оса алды икән ул ҡаҙ, тиһегеҙме? Осҡан инде бына! Хәл былай булған...
“Башҡортостан” гәзите үткәргән “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында үткән аҙнала бүләккә ҡаҙ тәҡдим ителгәйне. Уны Шишмә районынан ҡошсолоҡ буйынса махсуслашҡан эшҡыуар Илдус Ишмөхәмәтов бүләк иткән.
Тәмле күстәнәс - ҡаҙ Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Хөснә Исламбаеваға эләккән.
Ҡул оҫтаһы - үҙенең күңел нурын ҡушып, төрлө ҡорамалар ҡораусы, аллы-гөллө тирүгә-балаҫтар һуғыусы Хөснә апайҙы был еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм, “Таң”-ға яҙыла һалып, уның да аҙна бүләген оторға яҙһын, тигән теләк белдерәбеҙ.
Әйткәндәй, 2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө 20-нә тиклем оҙайтылды!