“Аҙна һайын бүләк” уйынының сираттағы еңеүселәре асыҡланды.
Был юлы бәхет Иҫке Мөсәттән Хәмиҙә Байғусҡароваға, Мәһәҙейҙән Тәслимә Насыроваға һәм Брәтәктән Саимә Абдуллинаға йылмайҙы. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә “Таң” менән бергә булыуҙарын теләйбеҙ.
Әйткәндәй, дуҫтар, коронавирус пандемияһына бәйле,гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ менән яҙылыу декадаһы йәнә бер аҙнаға - 20 декабргә тиклем оҙайтылды. Ләкин, ай аҙағында яҙылырмын әле, тигәндәрҙе ҡабаланырға саҡырабыҙ. Сөнки быйыл гәзит-журналдарға яҙылыу теүәл 20 декабрҙә тамамлана.
Шулай итеп, “Таң”лы ғына түгел, бүләкле лә булырға теләһәгеҙ, ашығығыҙ, райондаштар! Бүләк уйнатыу киләһе аҙнала ла дауам итә.