Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
4 Декабрь 2020, 16:00

Ташламалы хаҡҡа яҙылығыҙ, уйында ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!

3 декабрҙә https://rbsmi.ru сайтында һәм Башҡортостан Республикаһының бөтә почта бүлексәләрендә лә ҡышҡы Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды. Декада 13 декабргә тиклем дауам итә һәм ошо осорҙа мөхәрририәттәр Рәсәй почтаһы менән берлектә, йола буйынса, уҡыусылары өсөн сюрприз әҙерләй – республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыуға ташлама яһай.

3 декабрҙә https://rbsmi.ru сайтында һәм Башҡортостан Республикаһының бөтә почта бүлексәләрендә лә ҡышҡы Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды. Декада 13 декабргә тиклем дауам итә һәм ошо осорҙа мөхәрририәттәр Рәсәй почтаһы менән берлектә, йола буйынса, уҡыусылары өсөн сюрприз әҙерләй – республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыуға ташлама яһай.
10 көн дауамында ташламалы хаҡҡа почта бүлексәләрендә, шулай уҡ, өйҙән сыҡмайынса ғына, rbsmi.ru сайтының «Подписка» бүлегендә https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ һылтанмаһы аша үтеп, Башҡортостан Республикаһының «Республика Башҡортостан» Нәшриәт Йорто дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан нәшер ителгән 145 баҫма араһынан үҙегеҙ яратҡан гәзит-журналдарҙың баҫма һәм электрон версияһына яҙылырға мөмкин.
Подписка ун көнлөгө ваҡытында яҙылыу уңайлы, сөнки был осорҙа яҙылыусыларҙың бөтә категориялары өсөн дә ташламалы хаҡтар билдәләнгән. Ә декада осоронда яҙылған һәр кем мөхәрририәт конкурстарының приздар уйнатҡан өс уйынында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була:- «Яҙыл һәм бүләк от» дөйөм республика конкурсы – бының өсөн «Республика баҫмалары» бүлегенән https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ исемлектәге үҙең теләгән ике баҫмаға яҙылырға кәрәк. Приздар – һыуытҡыс, телевизор, электросамокат, ноутбук, ҡар көрәү машинаһы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларының автографтары менән уйын джерсиһы, «Уфа» футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболкалар. Яҙылыусылар араһында приздар 27 ғинуарҙа БСТ эфирында уйнатыла;- республика локаль конкурсы –бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ исемлектән кәмендә бер республика журналына йәки гәзитенә яҙылырға кәрәк. Был осраҡта һәр редакция үҙ бүләген әҙерләй. Ҡасан һәм ниндәй бүләк уйнатылыуы хаҡында баҫманың мөхәрририәтендә йәки сайтында белергә мөмкин.
Был ике акцияла ҡатнашыу өсөн квитанцияны “Подпишись и выиграй” билдәһе менән түбәндәге адрес буйынса ебәрегеҙ: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50-йыллығы урамы, 13, ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», 212-се бүлмә.
- урындағы редакция конкурсы – бының өсөн 2021 йылдың 6 айына йәки тотош йылға районыбыҙҙың “Таң” гәзитенә яҙылырға кәрәк. Бүләктәр һәм 500 һумлыҡ сертификаттар аҙна һайын уйнатыла. Гәзиткә яҙылыу һәм уйында ҡатнашыу шарттары тураһында 89053544495, 3-52-85, 3-62-62 телефондарына шылтыратып белешергә мөмкин.
Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн матбуғат баҫмаларына 2021 йылдың 6 айына йәки тотош йылға яҙылырға кәрәк.
Чиновниктар хәйриә инициативаһы менән #подариподписку, #матбуғатбүләкит эстафетаһын башлап ебәрҙе. Башҡортостан Республикаһының күп кенә район хакимиәте етәкселәре тыуған мәктәбе, социаль учреждениелар өсөн баҫмаларға яҙылды һәм социаль селтәрҙәрҙә яҡтырта бара.
Гәзит-журналдарға яҙылыу 2020 йылдың 20 декабренә тиклем дауам итә.Булған мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: