Килдеғол ауылы эшҡыуары, түңгәүер ҡыҙы Гөлсинә Ҡонафинаға ни әйтәһең – редакцияға килеп, биш ғаиләне – Мәһәҙейҙән Риф Шәғәлинды, күп балалы әсәләрҙе - Рәүилә Ғарифуллинаны, Гөлнара Ҡарасуринаны, Зөлфиә Хәсәнованы һәм Килдеғолдан Нәфисә Билалованы киләһе ярты йыллыҡҡа “Таң”лы итеп ҡайтты.
- Кешенән нимәнелер алып ҡыуаныуға ҡарағанда, ниҙелер биреп ҡыуандырыу тағы ла һәйбәт. Ошо ғәмәлем менән булһа ла ярты йыл дауамында кешеләрҙе ҡыуандырғым килде – бөтәһе лә бит “Таң”ға яҙыла алмай. Әйҙә, үҙебеҙҙең баҫманы алып уҡып, рухи һәм мәғлүмәти һыуһындарын ҡандырһындар. Кешенең бер рәхмәте мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр бит.
Мин эстафетаны Мәһәҙейҙән шәхси эшҡыуар Иштимер Сәйәховҡа тапшырам – ул, моғайын, минең ышанысты аҡлар, эстафетаны артабан ышаныслы ҡулдарға тапшырыр, - ти Гөлсинә.Афарин, изге эшең дауамлы булһын, тиергә генә ҡала Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙына!
P.S. Мөхәрририәттән:Эстафетаны башлап ебәреүсе Гөлсинә Ҡонафинаға үҙенең ырыуының тарихы тураһындағы китап бүләк иттек. Шундай уҡ китапты эстафетаны ҡабул итәсәк түңгәүер ырыуы уҙаманы Иштимер Сәйәховҡа ла баярҙаныҡ. Әгәр И. Сәйәхов, әйтәйек, артабан эстафетаны ҡыпсаҡ, бөрйән йә булмаһа тамъян ырыуы вәкиленә тапшырырға йыйына икән, ул беҙҙән килеп шул ырыу хаҡындағы китапты алып китергә тейеш була. Китаптарҙы бушлай бирәбеҙ. Китап үҙенә күрә эстафета “таяғы” ролен дә үтәй, район гәзитенә райондаштарын яҙҙырған эшҡыуарға йәки башҡа кешегә матур бүләк тә!Әйҙәгеҙ, эстафетаға, райондаштар!