Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
4 Декабрь 2020, 11:00

Һүҙ - “Аҙна бүләге” уйыны еңеүсеһенә! “Таң” - бик уҡымлы гәзит”

Зилә Мәхмүтова, Байғаҙы ауылы.

Зилә Мәхмүтова, Байғаҙы ауылы.
- “Таң” гәзите бик оҡшай. Гәзит килһә, иң һуңғы битенән уҡый башлайым. Һуғыш йылдарында кешеләрҙең ыҙалыҡтарҙа ла яҡты көнгә ышанысты юғалтмай, көндө төнгә ялғап эшләүҙәре тураһындағы мәҡәләләр, “Нисек йәшәйһең, оло кеше?” тигән рубрика аҫтында сыҡҡан яҙмалар айырыуса оҡшай. Йәнә кешеләрҙең үҙҙәренең яҙмышы, күргән-кисергәндәре хаҡында яҙыуҙары фәһемле. Мәҫәлән, яңыраҡ бер гәзиттә ҡатын кешенең, 20 йыл ыҙалап йәшәгәндән һуң тормошон яңынан башлап, бәхетле йәшәп китеүе хаҡында яҙма уҡыным. Шундайыраҡ темаларға, кешеләрҙең ҡыйынлыҡтарҙы нисек йырып сығыуы хаҡында беҙҙең район гәзитендә лә мәҡәләләр булһа, гәзитте уҡыусылар тағы ла артыр ине, минеңсә.
Ирем Әсҡәт – почтальон. Ул бөтә ауылға гәзит-журнал алып ҡайта ла, иң беренсе үҙе “Таң”ға йәбешә.
Ирем почтальон булһа ла, үҙебеҙ ҙә район гәзитен һәм “Йәшлек”те алдырмай ҡалмайбыҙ. Сөнки кешегә тарата торған гәзиттәр тарала ла бөтә, ә үҙеңдәген теләгән мәлдә алып ҡабат-ҡабат уҡыйһың. Ҡырҙа йәшәгән балаларға әйбер төрөп тә ебәрәм. Сөнки улар ҙа район гәзитен көтөп ала. Бигерәк тә Красноусольскиҙа йәшәүсе Зинира ҡыҙыбыҙ “Таң”ды ярата. Иремдең Сибайҙағы апай-ағайҙары килһәләр ҙә район гәзитен ҡулдарына ала һалалар.
Ғөмүмән, “Таң” - бик уҡымлы гәзит. Киләсәктә хикәйәләрҙе лә күберәк баҫһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
Читайте нас: