Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
27 Ноябрь 2020, 17:00

“Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы башланды

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто 16 ноябрҙән “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” акцияһын башлап ебәрҙе.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто 16 ноябрҙән “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” акцияһын башлап ебәрҙе.
Һеҙҙе бынамын тигән приздар көтә: ноутбук, телевизор, һыуытҡыс, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының уйынсылары автографтары менән уйын джерсиһы, “Өфө” ФК-һы уйынсыларының ҡултамғалары менән футболка!

Был приздарҙы эләктерер өсөн:
http://www.rbsmi.ru сайтына үтеп “Подписка” https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә үҙегеҙҙең яратҡан гәзит-журналды табырға һәм кәм тигәндә ике баҫмаға 2021 йылдың тәүге ярты йылына йәки тулыһынса йылға яҙылырға кәрәк. Кемдең интернеты юҡ, быны почта бүлексәләрендә лә эшләргә була.

Ярышта “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң матбуғат баҫмалары ғына ҡатнаша ала. Тимәк, ике баҫманың береһе үҙебеҙҙең “Таң” гәзите булырға мөмкин.
2021 йылдың 15 ғинуарына тиклем уйында ҡатнашыу өсөн ғаризаны (ФИО, бәйләнеш өсөн телефон), квитанция күсермәһен ошо адресҡа ебәрергә кәрәк:
г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, Издательский дом «Республика Башкортостан» (с пометкой “Подпишись и выиграй”) йәки [email protected] электрон почтаһына һалырға мөмкин.

Приздарҙы уйнатыу 2021 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа уҙасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың беренсе яртыһына “Таң” гәзитенә яҙылыу осоро тамамланыуға ни бары бер ай самаһы ваҡыт ҡалып бара.

Район гәзите ойошторған “Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от” акцияһынан тыш, республика баҫмаларына ла яҙылып, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға бүләктәр отоу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

Бәйләнеш өсөн телефон:
8(347) 226-99-54.
Читайте нас: