- Гәзиткә йыл да яҙылам, тик уйында ҡатнашҡа-ным юҡ ине. Быйыл ҡәйнәм өгөтләп, ҡатнашып ҡара, тигәс, квитанциямдың күсермәһен тапшырырға булдым. Бүләк отоуыма бик шатмын. Гәзиттә бигерәк тә Айһылыу Ғарифуллинаның яҙмалары оҡшай. Хикәйәләр күберәк сыҡһа ине. Райондаштарыма теләктәрем: гәзиткә яҙылығыҙ, яҙылыусылар, уҡыусылар һаны артып торһон.