Ғәле Бирҙекәев, Иҫке Собханғол ауылы.
- “Таң” гәзитен ҡасан алдыра башлағанымды иҫләмәйем дә инде. Һәр хәлдә эшләй башлағандан алып айырылғаным юҡ.
Гәзиттәге бөтә яҙмаларҙы уҡып сығам. Барыһы ла оҡшай. Бигерәк тә тарихи темаға яҙылған мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡыйым.
Бына бүләкле лә булғас, бигерәк ныҡ шатландым.
Гәзиттең уҡыусылары артыуын, үҙенең беҙҙе гел шулай яңылыҡтар, яҡшы хәбәрҙәр менән ҡыуандырып тороуын теләйем.