Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
13 Ноябрь 2020, 16:00

Һүҙ аҙна - еңеүселәренә!

-“Таң”ды алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Уны көтөп алабыҙ.

-“Таң”ды алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Уны көтөп алабыҙ.
Нәзифә Яҡшыбаева һәм Солтан Хәсәнов, Мәһәҙей ауылы:
-“Таң”ды алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Уны көтөп алабыҙ. Гәзиттәге бөтә материалдар ҙа оҡшай. Райондағы яңылыҡтар менән танышабыҙ. Һуңғы биттәге ҡотлауҙар, иғландар, ҡайғы уртаҡлашыуҙар ҙа артыҡ түгел – кемдең тыуған көнө, юбилейы икәнен, кемдең донъялыҡтан китеп барғанын шунан беләбеҙ.

Айырыуса оло кешеләрҙең үткәне, үҙ көстәре менән ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙары тураһындағы мәҡәләләр күңелгә яҡын. Хикәйәләрҙе лә көтөп алабыҙ. Бигерәк тә яҡташыбыҙ, Яңы Усман ауылы ҡыҙы Миләүшә Ҡаһарманованың хикәйәләре оҡшай.

Уйында еңеп, бүләкле булыуыбыҙға икеләтә ҡыуандыҡ. Киләсәктә лә гәзиттән айырылмаҫҡа иҫәп.
Читайте нас: