Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
10 Ноябрь 2020, 18:50

“Таң”лы ла, бүләкле лә булдылар!

“Таң” гәзитенә яҙылып, квитанцияларының күсермәһен редакцияға тапшырыусылар араһында тәүге бүләктәр эйәләре билдәләнде.

“Таң” гәзитенә яҙылып, квитанцияларының күсермәһен редакцияға тапшырыусылар араһында тәүге бүләктәр эйәләре билдәләнде.
Был аҙнала плед, креманкалар йыйылмаһы һәм мини-саңғылар уйнатылды.

Шуныһы ҡыҙыҡ – квитанцияһын тәүге булып тапшырыусыға ла уңыш йылмайҙы. Ул – Мәһәҙейҙән Нәзифә Яҡшыбаева. Иҫке Собханғолдан Ғ. Бирҙекәев менән Л. Зарипова ла бүләкле булдылар.

“Таң” гәзитенә яҙылыу дауам итә. Тиҙерәк яҙыла һалып, квитанцияғыҙҙы редакцияға тапшырһағыҙ, һеҙҙең дә бүләкле булыуығыҙ бик ихтимал. Ашығығыҙ!

Квитанцияларығыҙҙы үҙегеҙ алып килеп тапшырырға ла мөмкин, түбәндәге ватсапп номерҙары буйынса ла ебәрә алаһығыҙ: 89276385044, 89373590015, 8917413 63 51.
Шулай уҡ гәзиттең электрон адресына ла ([email protected]) ебәрергә мөмкин.
Читайте нас: