Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Ваҡыт арбаһы тиҙ елә - 2020 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы ла старт алды. Уның сиктәрендә беҙ яҙылыусыларыбыҙ араһында бүләктәр уйнатасаҡбыҙ. Әйткәндәй, ҡайһы бер райондаштарыбыҙ сентябрь айында уҡ киләһе йылға “Таң”ға яҙылып та ҡуйҙы.
Тик был юлы әҙерәк кенә үҙгәрештәр бар: почта хеҙмәттәренә хаҡтар күтәрелеү сәбәпле, ярты йылға гәзиттең хаҡы, 2019 йылдың 2-се ярты йыллығы менән сағыштырғанда, 57 һумға айырма бирә. Шул уҡ ваҡытта һөйөнөслө хәбәр менән дә һөйөндөрмәксебеҙ: 3 октябрҙән 13 октябргә тиклем “Рәсәй почтаһы” гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан итә. Әлегә ташламалар хаҡында мәғлүмәттәр еткерелмәне, мәғлүмәттәр килгәс тә, гәзит, сайт, социаль селтәрҙәр аша был турала хәбәр итербеҙ.
Шулай итеп, 2020 йылға хаҡтар:
1-се, 2-се төркөм инвалидтар өсөн:
Шулай уҡ редакциянан килеп алыу юлы менән дә яҙылырға мөмкин, хаҡтар үҙгәрмәне - 6 айға 576 һум. Район үҙәгендәге ойошма-учреждениеларға илтеп биреү юлы менән яҙылыу – 606 һум.