Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
3 Май 2018, 11:49

"Таң"ға әүҙем яҙылалар

Ти Ғәлиәкбәр почта бүлексәһен 30 йылдан ашыу етәкләгән Әнисә Ишмөхәмәтова. Үҙ эшенең бөтөн нескәлектәрен белгән етәксе ауыл халҡы менән уртаҡ тел табып эшләй.

Ти Ғәлиәкбәр почта бүлексәһен 30 йылдан ашыу етәкләгән Әнисә Ишмөхәмәтова. Үҙ эшенең бөтөн нескәлектәрен белгән етәксе ауыл халҡы менән уртаҡ тел табып эшләй. Почта кәштәләрен әленән әле халыҡҡа кәрәкле көнкүреш-тауарҙары, яҙғы сәсеүгә йәшелсә, сәскә орлоҡтары, төрлө ашламалар менән тулыландырып тора. Ә ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда бүлексәлә саралар ойоштороп, ауыл халҡын йәлеп итә.

-Үрге Нөгөш менән бергә бөтәһе 155 тирәһе йорт, шуларҙың 64-е район гәзитен алдыра. Бынан тыш, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Йома. Башҡортстан”, “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар” һ.б. гәзит-журналдарҙы алдырып уҡыйҙар. Почтальоныбыҙ Юлай Ҡаһарманов гәзит-журналдарҙы мәлендә таратырға тырыша. Шулай ҙа көн ҡыҫҡа булған ваҡыттарҙа, почта таратырға өлгөрә алмай китһә, икенсе көнөнә лә ҡалғылай.

Икенсе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуы кампанияһын башлап ебәрҙек. “Аҙна һайын – бүләк!”, “Суперприз от!” конкурсында ҡатнашырға теләүселәр беренселәрҙән булып яҙылып, бәхеттәрен һынамаҡҡа, квитанция күсермәләрен редакцияларға ебәрә лә башланы. Уҡытыусылар һәм пенсионерҙар беҙҙең әүҙем яҙылыусыларыбыҙ. Шуға күрә пенсия алған көнгә ҡарай 12 май көнө почта бүлексәһендә матбуғатҡа яҙылыусы көнө ойоштороласаҡ, - ти Әнисә Хәмит ҡыҙы.

А.АҠЫЕВА.

Читайте нас: