Район мәҙәниәт һарайында йәштәрҙең инициативаһы менән тәүге тапҡыр “Самауырлы ритайым”, икенсе төрлө әйткәндә “Галстукһыҙ осрашыу үтте”. Сараға дәррәү йыйылды йәштәр. Егеттәр килеү менән бер-нисә самауырға ҡуҙ төшөрөп, ҡайнатырға керештеләр, ҡыҙҙар һәр береһе алып килгән күстәнәсе менән өҫтәл табыны әҙерләне.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов йәштәр менән осрашыуҙы – улар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү мөмкинлеген ситтә ҡалдырманы. Йәштәр хакимиәт башлығына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреп, яуаптар алып ҡалдылар. Унан һуң башҡорт көйҙәренә бейеп, гитарала уйнап, йырлап күңел асты улар.
“Йәштәр өсөн район үҙәгендә бер сара ла үткәрелмәй, барып күңел асыр урын да юҡ” тигән һүҙҙе йыш ишетергә тура килә хәҙер. Икенсе яҡтан, сара үткәндән һуң, “Ни йөҙөгөҙ менән күңел асыу саралары үткәрәһегеҙ? Кемдәрҙер улдарын, ирҙәрен махсус хәрби операциянан көтөп, ут йотоп йәшәгәндә, күңел асыу саралары үткәреү дөрөҫмө?” тигән тәнҡит һүҙҙәре лә осрай. Хәйер, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла, кис ултырыуға йыйылып, гармун уйнап, әхритә һуғыуҙары барыбыҙға мәғлүм. Әгәр ҙә йәштәр йыйылып, ошондай матур ритайымдар ойошторһа, хилафмы ни?
Был проблемаға үҙ ҡарашы менән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов бүлеште:
- Әлеге мәлдә саралар үткәреү ике осло тип ҡарарға кәрәктер. МХО ғаиләләре “Һуғыш барған осорҙа күңел асыу саралары булырға тейеш түгел”, тигән фекерҙә. Һәр кемдең хәлен аңлап, күреп торабыҙ, шуға күрә был юҫыҡта сама тоторға тырышабыҙ.
МХО-ла йөрөгән егеттәр менән осрашып, был темаға аралашҡаныбыҙ бар. Улар ҡаршы түгел, халыҡ өсөн саралар үтергә тейеш, тип һанайҙар. “Өйҙә булһаҡ, үҙебеҙ ҙә ихлас ҡатнашып йөрөр инек”, тиҙәр.
Әйтергә кәрәк, был саралар тик күңел асыу, аҙғынлыҡ өсөн үткәрелмәй. Ә йәштәрҙең ялын файҙалы итеп үткәреү, улар менән осрашып, аралашыу өсөн ойошторола. Яңыраҡ ҡына “Шүлгән-Таш” музей-комплексында танылған йырсы Сәғиҙулла Байегет ҡатнашлығында концерт-дискотека, “Рух майҙаны” исемле сара үтте.
Был аҙнала Бөрйән яҡташтар берлегенең йәштәр ойошмаһы менән берлектә "Самауырлы ритайым" исемле бик матур осрашыу үткәрелде. Йәйге ялға ҡайтҡан студенттарыбыҙға рухи көс, үҙ-ара берләшеүгә ынтылыш бирерҙәй, уларҙа район йәшәйешенә ҡыҙыҡһыныу уятырҙай сара ул. Бөгөн төрлө уҡыу йорттарында уҡып йөрөүсе йәштәребеҙ киләсәктә тыуған яҡҡа ҡайтып эшләр, район үҫешенә үҙ өлөштәрен индерер, тип ышанам. Киләсәктә йәштәргә, һәм әлбиттә, район халҡы өсөн “Самауырлы ритайым” форматында сараларҙы аҙна һайын үткәрергә планлаштырабыҙ.
Район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы Нәҙершина:
- Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан барлыҡ мәҙәниәт усаҡтарында ла дүшәмбенән шәмбегә тиклем планға ярашлы төрлө саралар үткәрелә, шулай уҡ Пушкин картаһы менән түләүле саралар ойошторола. Ошо түләүле үткән сараларҙан йыйылған аҡсаға уйындарға бүләктәр алына, мәҙәниәт йортоноң көнкүреш яраҡтарына тотонола.
Район мәҙәниәт һарайында йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн күңел асыу саралары (дискотекалар, уйындар) аҙнаһына 3 тапҡыр (шаршамбы, йома, шәмбе) 23.00-01.00 сәғәткә тиклем үткәрелә. Дүшәмбе, шишәмбе, кесеаҙна көндәре киске 19.00 – 22.00 сәғәткә тиклем эшләйбеҙ, төрлө мәҙәни саралар үткәрәбеҙ.
“Самауырлы ритайым”ды ойоштороуҙа ярҙам итеүгә лә ихлас тотондоҡ. Йәштәр килһен генә, тип торабыҙ.
Нурзилә Йәғәфәрова, “Самауырлы ритайым”ды ойоштороп йөрөүсе әүҙем ҡыҙҙарҙың береһе:
- Был идея баш ҡалабыҙҙа йәй башынан уҡ ойошторолған саранан алынған, унда ла шулай уҡ “Самауырлы ритайым” тип атала. Шунан күрмәксе, үҙебеҙҙә үткәреп ҡарарға булдыҡ. Тәүге тапҡыр май байрамында “Музыкаль кис” исеме аҫтында ойоштороп ҡараныҡ һәм был юлы ҙурҙан ҡубып тотондоҡ. Сара бик ныҡ оҡшаны, туйғансы йырлап, аяҡтар һыҙлағансы бейеп, самауырҙан сәй эсеп, тәмле-тәмле күстәнәстәр ашап рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ.
Сара барышында “Тағы ла үтәсәкме? Ҡасан?”, - тип һораусылар күп булды. Август айында тағы ла матурыраҡ, дәртлерәк итеп үткәрербеҙ ти һөйләштек.
Беҙҙең актив – Өфө ҡалаһында танышып, бергә йыйылып киткән "Бөрйән йәштәр берлеге". Сара барышында һәр беребеҙ үҙ бурысын ентекләп башҡарҙы – самауырҙарҙы ҡайнатыу, өҫтәлде мул, таҙа тотоу, фото-видеоға төшөрөү, тамашасыны күтәренке кәйефтә тотоу – барыһына ла өлгөрҙөк. Иң әүҙемдәрҙән Заһит Ғизәтуллин, Сынтимер Мәжитов, Инсаф Баязитов, Хаммат Әминев, Арслан Ҡотлобаев, Нурзилә Иҫәнғазина, Фаягөл Көнәфина, Гөлфиә Әхмәтова, Гөлсирен Мәзитова, Гөлзирә Мәзитова, Шәүрә Мырҙағолова, Гөлзирә Мөхәмәтйәнова, ҡустыһы Илнарҙы атап әйтер инем.
Ҙур рәхмәтебеҙҙе иң беренсе район хакимиәте башлығы Ғәзиз ағай Манаповҡа, “Мәсем” клубына, район мәҙәниәт һарайында эшләүсе ағай-апайҙарға һәм әлбиттә, сараға килеүселәргә - оялып тормай йырлап-бейеп йөрөгән йәштәргә еткерер инек. Райондың дәртле, берҙәм йәштәре менән киләсәктә яңы-яңы саралар ойоштороп, башҡарып сығырбыҙ тип уйлайым.
Уйлай китһәң, йәштәрҙең бергә ойошоп, йырлы-бейеүле башҡортса кисә үткәреүе матур ҙа, ҡыуаныслы ла күренеш. Районда “Самауырлы ритайым” йыш уҙғарылып, матур йолаға әйләнеп китһә, унда ҡатнашҡан йәштәр ҙә бер-береһенән күрмәксе башҡорт телендә йырлай, аралаша башлаясаҡ, уларҙың берҙәмлеге артасаҡ. “Күл тамсынан йыйыла” тигәндәй, ошондай бәләкәй башланғыстар милләтебеҙ өсөн мөһим, әһәмиәтле булған мәсьәләләрҙең сиселешенә юл һала ла инде.