Бер нисә көн ер өлгөргән майҙандарҙа ғына сәсеү мөмкин булды, аҙаҡ, туң ер ирегәс, сәсеү дауам итте. Быйыл ағас сәсә торған майҙан үтә күп булды, шуға күрә сәсеү осоро бер айға яҡынлай яҙҙы. Барлығы 43,6 гектар ерҙә гектарына 4000 берәмек иҫәбенән сәсеү үткәрелде. Шулай уҡ 32 гектар майҙанда гектарына 1000 берәмек иҫәбенән өҫтәмә сәсеү ойошторолдо. Сәсеү үткән ерҙәр бигерәк алыҫта урынлашҡан ине.
1930 йылға тиклем был ерҙәр Әбйәлил районына ҡараған булған. Шул йылда Башҡортостанды райондарға бүлгән саҡта Бөрйән районына күсерелгән. Пугачев ихтилалы ваҡытында был Сатра тип аталған яландар Әхмәт ауылы старшинаһының йәйләү урыны булған. Йылайыр крепосынан Белоретҡа китеп барыусы хөкүмәт ғәскәрҙәренә Әхмәт ауылы тирәһендәге ауыл халҡы бик ныҡ ҡаршылыҡ күрһәткән - полкты Белорет яғына үткәрмәйҙәр. Ә был ваҡытта пугачевсылар Белоретта пушкалар ҡойҙороп ятҡан булғандар. Ихтилал баҫтырылғас, Әхмәт ауылына карателдәр килә, ауыл яндырыла. Әхмәт старшина ауыл халҡын алдан уҡ ошо тирәләге урмандарға ебәреп өлгөрә. Старшина ауыл халҡына: “Ошо ерҙәрҙә йәшәп тороғоҙ, үлмәһәк, бер осрашырбыҙ”, - тип белдерә. Был ерҙәрҙә “Үлмәһәк” тип аталған урындың тарихы ошо. Әхмәт ауылын икенсе урында яңынан төҙөйҙәр, ул әле шул күсерелгән урында ултыра.
Ошо тарихты халыҡҡа һәм балаларға һөйләгән булдым. Балалар, тигәндәй, сәсеүҙә быйыл 4 кенә уҡыусы бала йөрөнө. Улар ял көндәре тура килгәндә генә сәсеүгә йөрөп, һәр береһе 7-шәр көн эштә ҡатнаштылар. Яҙғыһын 7-се класты тамамлаған Наҙгөл Иҫәнгилдина һәм Айсулпан Шәмиғоловалар, 5-се класты тамамлаған Вадим Иҫәнгилдин, Радмир Әбделғәйеровтар сыҡты.
Урмансылыҡ биләмәһендә йәшәгән өс ауылдан көн һайын 22-32 кеше сәсеүҙә ҡатнашты, ә Ҡолғана ауылынан бер генә көн кемдеңдер 4 эшсеһе сыҡты, уларҙың да береһе Әбйәлилдең Үтәгән ауылы кешеһе ине, ә сәсеү, башлыса, тик ошо яҡтарҙа үтте. Оҙон йәй буйы “уход” тип аталған сара үтте, йәки сәскән майҙандың ситен салғы менән сабып сығыу. Өс мәртәбә 52,4 гектарҙа үлән сабып сығылды. Был эште Әбделмәмбәт һәм Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдары кешеләре башҡарып сыҡты. Октябрь айында тағы ла сәсеү үткәрелде. Был юлы сәсеү 6 гектар майҙанда гектарына 4000 берәмек иҫәбенән Килдеғол ауылынан алыҫ булмаған ерҙә үткәрелде һәм тағы ла яҙ сәскән урындарҙа 22,6 гектар майҙанда гектарына 2000 берәмек иҫәбенән өҫтәмә сәсеү ойошторолдо. Эштә ҡатнашҡан барлыҡ кешеләрҙе лә һанап китеү мөмкин түгел, ә шулай ҙа иң күп көн эштә ҡатнашыусыларҙы атап китмәй булмай: Яхъя Мәхмүтов, Азамат Ғөбәйҙуллин, Әмин Заһитов, Рәис Абдуллин, Вилдан Сәйфетдинов, Сынтимер Мөхәмәтғәлин, Азамат Исмәғилев, Камил Көмөшбаев ғаиләһе (3 кеше), Әнисә Исҡужина, Рима Ҡорманғолова, Сәғит Билалов, Ғәфүр Билалов, Гөлсинә Усманова һәм башҡалар. Үрҙә аталған 4 уҡыусы бала көҙгөһөн дә 3 көн эшләп ташланы.
Юлдарҙың иҫ киткес насар булыуын, сәсеү урынының үтә алыҫ булыуын иҫәпкә ала башлаһаң, эшкә ҡарағанда юл йөрөүе ауырыраҡ булғандыр. Сәсеүгә үҙҙәренең шәхси йөк машиналарын биреп торған Йыһанур Шәмиғолов, Илшат Хисаметдиновтар урмансылыҡҡа йыл да ҙур ярҙам күрһәтәләр.
Йәй уртаһында урмансылыҡ ике күлгә күпләп табан балығы селбәрәләрен ебәреүҙе ойошторҙо. Ауыл һайын бер нисә кеше һыуҙа йөрөгән һәр бөртөк балыҡты тотоп ашап тороуын иҫәпкә алһаң, был да мөһим эш. Ул ғына түгел, осоп йөрөгән һәр ҙур ҡошто, ҙур ҡыр йәнлеген атып ашап тороусылар, ә ағасты үлән урынына ҡырыусылар етәһе. Тәбиғәтте һаҡлауҙа бәғзеләр ҡатнашып бармаһа ла, шөкөр, күптәр был изге эштә ихлас ҡатнаша, киләһе быуындарға күпме ағас сәсеп ҡалдыра, ҙур сауап ала...