ЯҠТЫ ҺАҒЫШ ҠАЛДЫ...
Үҙем өсөн яңы исем астым. Хәйер, яңы ла түгел, уҡығаным бар ине шиғырҙарын. Уларына әллә ни әһәмиәт бирмәгәйнем: йәш саҡта кем шиғыр яҙмай! Етмәһә, бер аҙ йәштәрсә ҡыйыу, ҡалыптарға һалынмаған, донъяны үҙгәртергә теләгәндәй, алға дөрөп барған шиғырҙар ине. Йәш саҡта беҙ ҙә шулай тормошто үҙгәртергә маташтыҡ, шикелле, үҙебеҙгә үҙгәрергә кәрәк икәнен генә аңламағанбыҙ, тигәнерәк уй үткәйне баштан. “Юношеский максимализм!”
Әммә бына “Ағиҙел” журналының 9-сы һанында сыҡҡан повесын уҡып сыҡҡас, үҙем өсөн яңы исем астым: Айгөл Йәмилева (Ғәбитова). Бер тынала уҡып сыҡтым. (Ғөмүмән, мин проза әҫәрен бүлгеләп уҡымайым: онотола, фекер юғала, әҫәрҙең башын йәнә ҡабаттан ҡараштырыр кәрәк һ.б). “Сынаяҡтағы донъя...” Сюжеты юҡ та кеүек. Бер әҙәбиәт һөйөүсе ағайға әйткәйнем, нимә тураһында, тип һораны. Йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләргә иткәйнем, һөйләй алманым. “Бәлки, һеҙгә оҡшамаҫ та, сөнки йәштәр, йәштәр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында”, - тинем. Ысынлап та, йөкмәткеһен һөйләп булмай. Сөнки повесть сюжетҡа ҡоролмаған, бары хистәргә, тойғоларға ғына ҡағыла: егет менән ҡыҙ ят ҡалала осраша, ҡыҙ ҡайтып китә, арала СМС-тар йөрөй, ҡыҙ үҙенең етәксеһенә ғашиҡ була, улар араһындағы мөнәсәбәттәр. Һәм теге ят ҡалалағы һоро күҙле егетте юҡһыныу... Шул ғына. Трагедия юҡ, конфликт юҡ, тетрәнеүҙәр юҡ. Әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, күңелдә яҡты бер һағыш ҡалды... Ошондай саф хистәрле йәшлекте һағыныумы, ҡыҙ менән егеттең бергә булмағанына болоҡһоумы...
Сюжеты ҡатмарлы булмаһа ла, әҫәр бар! Бик матур, үҙенсәлекле, күңелде нурландырыр яңы әҫәр! Мин үҙемә яңы исем астым. Ә һеҙ? Уҡығыҙ! Ә йәш ҡәләмдәшемә уңыштар теләйем! Айгөл, проза иленә төклө аяғың менән!
P.S.Тик ниңә ике фамилиялы: Йәмилева-Ғәбитова?! Беҙҙә, ғөмүмән, һуңғы арала ике фамилиялы әҙибәләр күбәйҙе, ахырыһы, мода китте. Гөлфиә апайҙы Юнысова булһа ла, Иҙелбаева булһа ла беләбеҙ, Гөлсирә апайҙы ла... Мин дә бер осор Ҡаҙаҡбаева-Ҡудашева тип яҙып маташтым да, ҡуйҙым., Ҡаҙаҡбаева икән, Ҡаҙаҡбаева, мине шулай тип беләләр. Айгөл, һиңә лә бер генә фамилия менән яҙыуынды теләйем, ҡайһыныһын һайлау үҙеңдән тора. “Ниңәлер Салтыков-Щедриндар күбәйеп китте”, - тигәйне берәү... Был минең шәхси фекерем генә. Үпкәләмә! Һайлау барыбер үҙеңдән тора! Матур яҙаһың, ихлас! Ошо үҙенсәлегеңде һаҡла! Ҡотлайым, тәүге ҙур әҫәрең “төйөрлө” булмаған, афарин!
(Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның сәхифәһенән алынды).