Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Июнь 2022, 17:10

Салланған сәсеңде ҡарайтҡың килһә...

“Уф, күпме буятма, сәс төбөнән ағара ла сыға. Буяуының хаҡы былай-алаймы һуң әле. Теге аҙнала буяуы менән буяу хаҡы 1200 һумға барып баҫты. Хнаһы менән үҙем буяр инем, аллергия бирә”, тип һөйләнде танышым. Бына шундай аптыранған кешеләр өсөн бушлай ғына сәс буяуы. Ҡулланып ҡарағыҙ. Иң мөһиме, һатып алырға түгел.

Салланған сәсеңде ҡарайтҡың килһә...
Салланған сәсеңде ҡарайтҡың килһә...

Бының өсөн картуф ҡабығы ғына кәрәк. Ә ул һәр өйҙә бар. Бына шул ябай ғына картуф ҡабығы салланған сәстәрҙең төҫөн ҡайтара, имеш.
5-6 картуфты матур итеп йыуып, ҡалынса итеп әрсергә кәрәк. Унан ошо ҡабыҡтарҙы һыуға һалып, 20-30 минут ҡайнатырға тәҡдим ителә. Һыуынғас, һыуын һарҡытып алып, йыуылған таҙа сәсте тағы бер ҡат ошо һыу менән йыуабыҙ.

Әйҙәгеҙ, шулайтып ҡарайыҡ, әхирәттәр. Кемдеке иң беренсе ҡарайыр икән?!

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: