Баҡтиһәң, был ауылда ла, райондың күп ауылдарындағы һымаҡ, орғасы быҙауҙы - башҡорт, үгеҙ быҙауҙы татар, тип әйтәләр, имеш. Ә сере ябай ғына - Татарстандан килеп быҙау йыйып йөрөүселәр үгеҙ быҙауҙарҙы ғына алалар икән. Шуға “башҡорт” тыуһа бошоналар, “татар” тыуһа – тантана итәләр. Сөнки “татар”ҙы тейәтеп ебәрәһең дә ҡотолаһың, исмаһам, ә “башҡорт”то һатам, тиһәң, район үҙәгендәге мал һуйыу урынына, әллә күпме яғыулыҡ ҡойоп, машинаға тейәп алып барырға, унда һуйған өсөн түләргә кәрәк. Итең үтмәһә, кире лә тейәп ҡайтырға тура килеп ҡуя.