Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июль 2025, 11:17

Асыҡ йөҙлө, ипле һүҙле

Һатыусы - тауарҙы һатып ебәреүсе генә түгел, ә һәр кемгә яраҡлы әйбер табырға ярҙам итеүсе, кәрәк икән, кәңәш биреүсе, һәр тауарҙың сифатын, хаҡын белеүсе лә. Бында үҙ эшеңде яратыу ғына аҙ, кешеләрҙе яратырға, улар менән ихлас аралашырға, үҙеңә ылыҡтыра белергә лә кәрәк.

Асыҡ йөҙлө, ипле һүҙле
Асыҡ йөҙлө, ипле һүҙле

Һатыусы - тауарҙы һатып ебәреүсе генә түгел, ә һәр кемгә яраҡлы әйбер табырға ярҙам итеүсе, кәрәк икән, кәңәш биреүсе, һәр тауарҙың сифатын, хаҡын белеүсе лә. Бында үҙ эшеңде яратыу ғына аҙ, кешеләрҙе яратырға, улар менән ихлас аралашырға, үҙеңә ылыҡтыра белергә лә кәрәк.

Мәҡәләм геройы Гөлшат Шәһәретдинова тап шундайҙарҙан. Ул район үҙәгендәге “Миләш” көнкүреш тауарҙары магазинының һауыт-һаба, ювелир әйберҙәр бүлегендә эшләй. Уҡыуҙы тамамлағас, башта икмәк бешереү цехында, унан штукатур-маляр булып эшләп ала. Ә 2007 йылда ошо магазинға һатыусы булып эшкә урынлашҡас, үҙ урынын табыуын аңлай. Эшен бик яратып, күңелен һалып башҡара Гөлшат Рәшит ҡыҙы. Эш урынының һәр ваҡыт бөхтә, таҙа булыуы, бөтә тауарҙарҙың матур итеп урынлаштырылыуы, көн әйләнәһенә прилавка янынан кеше өҙөлмәүе ошо турала һөйләй. Егәрле һатыусы һатып алыусыларын гел генә асыҡ йөҙ менән ҡаршылай, кәштәләрҙе лә гел тәртиптә тота.

Әйткәндәй, Гөлшат Рәшит ҡыҙының улы Айнур ҙа әсәһе юлынан киткән - коммерция менән шөғөлләнә.

Көнкүреш йортонда үҙ сауҙа нөктәһен булдырып, ирҙәр кейеме менән һатыу итә. Ҡыҙы Әлиә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һайлаған.

-Эшем бик окшай. Әлбиттә, эш булғас еңел яғы ла, ауыр яғы ла була, яраҡлашырға кәрәк. Минеңсә, һатыусы кеше менән матур итеп һөйләшергә, түҙемле булырға тейеш. Төрлө характерлы кешеләр була, һәр береһе менән уртаҡ тел табырға тырышам. Һатып алыусыларым эҙләгән әйберҙәрен һатып алып ҡәнәғәт сығып китһәләр – миңә лә ҡыуаныс.

“Миләш”тә коллектив та, магазиндың хужалары ла бик һәйбәт, һәр береһе үҙ эшен яратып башҡара. Уңайҙан файҙаланып, хеҙмәттәштәремде, сауҙа өлкәһенә ҡағылышы булған һәр кемде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм уңыштар теләйем, - ти тәжрибәле һатыусы.

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас