Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2021, 15:35

"Изотоп" йәйге химия мәктәбе эшен башланы

Тап Бөрйән ерендә уҙғарылған химия мәктәбендә уҡыусыларҙың көндәре бик үҙенсәлекле үтә.

Иҫке Собханғол урта мәктәбендә Республика инженер лицей-интернаты һәм “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең "Изотоп" йәйге химия мәктәбе эшен башланы.

Бөрйән районынан 22 һәм республика район-ҡалаларынан 76 уҡыусыны химияға булған ҡыҙыҡһыныу берләштергән. Улар барыһы ла химия фәненән республика олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтә күрһәткән балалар.

16 химик остаз һәм "Аврора"ның 4 вожатыйы уҡыусыларға файҙалы, күңелле, ҡыҙыҡлы ял вәғәҙәләй.
Автор:Гөлүзә Вәхитова
Читайте нас: