Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июнь 2021, 09:20

ХАЛЫҠ ДАУАЛАУСЫҺЫ БУЛДЫ УЛ...

Байназарҙа йәшәүсе халыҡ дауалаусыһы Ғәшүрә инәй Вәлиева донъя менән бәхилләшкән. Йәне йәннәттә булһын изге күңелле инәйҙең....Ҡыҙымдың студент сағы. Бер ҡайтҡанында, әсәй, бына беләҙегемдән ошолайтып ике ҡул суғым да ҡыҙыл-көрән булып ҡыҙара ла китә ҡайһы саҡ, тине.

Байназарҙа йәшәүсе халыҡ дауалаусыһы Ғәшүрә инәй Вәлиева донъя менән бәхилләшкән. Йәне йәннәттә булһын изге күңелле инәйҙең.
...Ҡыҙымдың студент сағы. Бер ҡайтҡанында, әсәй, бына беләҙегемдән ошолайтып ике ҡул суғым да ҡыҙыл-көрән булып ҡыҙара ла китә ҡайһы саҡ, тине.
Алып киттем Байназарҙағы Ғәшүрә инәйгә. Ул мәлдә инәй үҙәк урамда йәшәй ине әле. Ишектән инеп, һаулыҡ һорашыуыбыҙ ҙа булды, хатта ҡыҙымды күрмәҫ борон уҡ, эй, балам, ҡалай ғына сикәнсек икәнһең, тине. Ысынлап та, ҡыҙым, ҡала эсендәге автобустарҙа йөрөгәндә, әллә ниндәй ҡулдар тотонғандыр инде бында, тип сикәнеп бер булам, тигәйне.
Өшкөрҙө. Ҡулына еп тә бәйләне. Ышанағыҙмы-юҡмы, ләкин шунан һуң, шөкөр, теге ҡыҙамыҡ юҡҡа сыҡты бит...
Халыҡ дауалаусыһы булды ул. Ысын мәғәнәһендә.
Һуңғы урыны ожмахта ғына булһын...
Читайте нас: