Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь 2021, 17:15

АТЫ ФАЖИҒӘГӘ ТАРЫҒАН МӘСЕТЛЕ УҘАМАНЫ АТЛЫ БУЛҒАН!

Р. Хәбиров “Кәкүк сәйе”нә китеп барғанда “Тойота” килеп төкөү һөҙөмтәһендә атынан яҙған ир кешегә ат бүләк иткән.Шулай итеп, Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылынан Марсель Шәрифуллин ике йәшлек орлов тоҡомло юрғалы булған. Был турала – артабан.

Р. Хәбиров “Кәкүк сәйе”нә китеп барғанда “Тойота” килеп төкөү һөҙөмтәһендә атынан яҙған ир кешегә ат бүләк иткән.
Шулай итеп, Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылынан Марсель Шәрифуллин ике йәшлек орлов тоҡомло юрғалы булған. Был турала – артабан.
-Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Мин тормошомдо атһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, - тип ҡыуанысын белдергән юрға хужаһы.
“Забава” ҡушаматлы ат бик темпераментлы һәм тиктормаҫ. Хәҙер яңы хужаһы алдында уны менгегә, еккегә өйрәтеү бурысы тора.
Республика башлығы был ваҡиғала зыян күреүселәрҙең барыһына ла дәүләт иҫәбенә медицина ярҙамы күрһәтеләсәге хаҡында белдергән. Шулай уҡ ауылда мәҙәниәт йорто ремонтланасаҡ һәм парк төҙөләсәк.
Читайте нас: