Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Май 2021, 10:15

ҠУЖАН ҠАРАҒАСТАРЫ ЙӘШЕЛЛӘНГӘН ДӘ УЛ...

Хәтерегеҙҙәлер, былтыр октябрь айында билдәһеҙ кешеләр Әбйәлил районының Ҡужан ауылы эргәһендә үҫкән өлтөк ҡарағастарҙы, 11 төп ағасты – тәбиғәт ҡомартҡыларын бысып киткәйне. Уларҙы ҡотҡарыу өсөн бик ҙур көс түгелде.

Хәтерегеҙҙәлер, былтыр октябрь айында билдәһеҙ кешеләр Әбйәлил районының Ҡужан ауылы эргәһендә үҫкән өлтөк ҡарағастарҙы, 11 төп ағасты – тәбиғәт ҡомартҡыларын бысып киткәйне. Уларҙы ҡотҡарыу өсөн бик ҙур көс түгелде. Экологтар, ғалимдар, ғөмүмән, йәмәғәтселек ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышты.
Башта, көслө ел-фәлән булып, ҡоламаһындар өсөн уларҙы терәүҙәр менән нығыттылар, унан тейешле иҙмә менән һылап, яраларын бәйләнеләр.
Бысылған урындарға ҡәҙимге ҡарағастан ҡырғылған донор пластиналар һалынған. Улар ағастарҙың олонон бөтәштерер тигән өмөт бар.
Әлеге көндә, һуғарып торор өсөн, ағастарҙың олоно тирәһенә ерҙән ҡамау эшләнә, ҡарағастар эргәһенә кешеләрҙең инеп йөрөүе сикләнгән.
Быйылғы яҙҙа уларҙың йәшелләнеүе өмөт уятһа ла, ағастарҙың яҙмышы билдәһеҙ булып ҡала әле. Ә теге вәхшиҙәр нисек сыҡты икән был ҡышты?..
Читайте нас: