Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ғинуар 2021, 19:41

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 30 декабрендәге 1391-р ҡарары менән 2020 йылдың 31 декабренән 2021 йылдың 10 ғинуарына тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 30 декабрендәге 1391-р ҡарары менән 2020 йылдың 31 декабренән 2021 йылдың 10 ғинуарына тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.
Ҡарар республика биләмәһендә Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарын үткәреү ваҡытында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында сығарылды.
Бойороҡҡа ярашлы, махсус режим ваҡытында янғын хәүфһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған, кеше ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙырған объекттарҙа күмәк мәҙәни саралар үткәреү, асыҡ утты файҙаланыу (факел, шәм), фейерверктар, салюттар һәм башҡа ут хәүефе сығыу булған төрҙәрен файҙаланыу тыйыла.
Бойороҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына, Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Мәҙәниәт министрлығына, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең урындағы органдарына сараларҙы ойоштороуҙы һәм контролде тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән.
Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарын ойоштороуға йәлеп ителгән яуаплы кешеләргә дежур итеүҙе ойоштороу, уларҙы янғын һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу саралары менән тәьмин итеү, шулай уҡ пландан тыш инструктаж һәм янғын осрағында эш итеү буйынса ғәмәлдәге күнекмәләр үткәреү ҡаралған.
Бойороҡҡа ярашлы, тәүлек әйләнәһе кешеләр булған дәүләт социаль учреждениеларҙа дежур иткән хеҙмәткәрҙәр һанын ике тапҡырға арттырырға һәм контролде көсәйтергә.
Көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда имен булмаған ғаиләләрҙәге балаларҙы байрам көндәре ваҡытында интернат төрөндәге социаль учреждениеларға урынлаштырыу ҡарала.
Муниципаль бүлексәләрҙең һәм ирекмән янғын һүндереүселәрҙең хәрби әҙерлектә булыуын тәьмин итергә ҡушыла. Шулай уҡ килеп тыуған хәлдә янғын машинаһы йорттарға, подъездарға бара алһын өсөн ихаталар, юлдар ҡарҙан таҙартылырға тейеш.
Иҫкәртеү төркөмдәре, муниципаль янғын һағы, янғынды иҫкәртеү инструкторҙары, торлаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, урам комитеттары, старосталар һәм социаль әүҙем граждандар көсө менән торлаҡ секторында янғындарҙы иҫкәртеү эше ойоштороласаҡ. Был осраҡта эске менән мауыҡҡан имен булмаған граждандар, ғаиләләр, яңғыҙ ҡарттар йәшәгән урындарға айырыуса иғтибар биреләсәк, аңлатыу эше алып барыласаҡ. Насар шарттарҙа йәшәгән балалар тураһында мәғлүмәт тейешле органдарға еткереләсәк.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, һаҡланыу саралары тураһында аңлатма һәм иҫкәртеү эше киң мәғлүмәт сараларында ла алып барыласаҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 30 декабргә ҡарата республикала 11421 янғын теркәлгән, уларҙа 282 кеше ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән 13 бала һәләк булған, бөтәһе 252 кеше тән йәрәхәттәре алған. Иң күп янғындар декабрҙә булған.
фото:moradim.rbsmi.ru сайтынан алынды.
Автор: Рәмилә Мусина,"Башҡортостан" гәзите. https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Yan-in-a-arshi-mahsus-regim-inderelde-616994/ сайтынан.
Читайте нас: