Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Октябрь 2020, 16:35

АҠЛЫ-ҠАРАЛЫ

“Төрөмшиктәрҙе төнөн генә йәшерен-боҫорон күмделәр әлеге берәүҙең сабыны тирәһенә. Ҡайҙа ул мәлдә тәрән итеп ҡәбер ҡаҙыу, йырын-мырынға күмгәндәрҙер, өҫкә генә – эттәр кеше һөйәктәрен туҙҙырғылап алып йөрөй торғайны”, - тип әсе хәҡиҡәтте бәйән итте ул. Шул ҡарт самалап күрһәткән ергә барып аят уҡыныҡ. Ҡәберҙе, билдәле, тапманыҡ. Шуныһы: саҡ ҡына ары ике тәре һерәйеп тора.

Олатайым, әсәйемдең атаһы , указлы мулла, Зәйнулла ишан шәкерте Ниғмәтуллин Шәһивәлей Мөхәмәтсәлих улының тарихын юллап бынан егерме йыллап әүәл Белорет районының Яңы Хәсән ауылында йөрөнөк. Сәбәбе: НКВД тройкаһы менән 10 йылға хөкөм ителеп, Инйәрҙәге ИТК-3-кә оҙатылған олатайҙың ҡәберен дә белмәйбеҙ. Ошо ауылдың бер ҡарты беҙгә ул осорҙа төрмәләгеләрҙең хәле аяныслы булыуын, 11 йәшлек кенә малай булып шуларға һыу ташыуын, алып барған һыуын ҡапҡа ише бер нәмә аҫтынан ғына эскә биреүен, ундағы хөкөм ителгәндәр менән һөйләшергә ярамауын (һөйләшһәң, аталар, тине) һөйләне. “Төрөмшиктәрҙе төнөн генә йәшерен-боҫорон күмделәр әлеге берәүҙең сабыны тирәһенә. Ҡайҙа ул мәлдә тәрән итеп ҡәбер ҡаҙыу, йырын-мырынға күмгәндәрҙер, өҫкә генә – эттәр кеше һөйәктәрен туҙҙырғылап алып йөрөй торғайны”, - тип әсе хәҡиҡәтте бәйән итте ул. Шул ҡарт самалап күрһәткән ергә барып аят уҡыныҡ. Ҡәберҙе, билдәле, тапманыҡ. Шуныһы: саҡ ҡына ары ике тәре һерәйеп тора. Ҡәбер өҫтөндә. “Пленға төшөп, аҙаҡ беҙҙекеләр булған төрмәгә килеп эләккән ике ниместеке. Германиянан ҡыҙҙары килеп, тәре ҡуйып киттеләр”, - тине ҡартыбыҙ.

Аҡлы-ҡаралы шул донъя тигәнең. Тотош парадокстарҙан тора.
Еңеүсе илдең уҙаманы, ошо ерҙең аҫабаһы, халыҡ табибы, кирамат эйәһе, Исламбай, Аҫҡар тирәһендә дин таратып, күп яҡташтарыбыҙҙы өшкөрөп үлем тырнағынан йолоп алған олатайҙың ҡәбере лә юҡ. Тапһаҡ, исмаһам, таш ҡуйып, исем-шәрифен яҙыр инек, тигәйнек. Ә илбаҫар ниместең, ете диңгеҙ, ете тау ашаһында ла ҡәбере, хатта уның өҫтөндә тәреһе бар. Таба алманыҡ олатайҙың һуңғы төйәген... Доға-аяттар ғына бағышланыҡ ...
Ысын донъяһында, тегендә рәхәтлек күрһен инде фаниһындағы михнәттәре бәрәбәренә, йәне йәннәттә булһын. Ошо өмөт кенә күңелгә тыныслыҡ бирә... Аҡлы-ҡаралы шул тормош...
Читайте нас: