Үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу ваҡытында юл хәрәкәте хәүефһеҙлег н һәм хәүефһеҙлек техникаһын тәьмин итеү саралары йыл дауамында даими үткәрелеп тора.
Күптән түгел районда дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы тарафынан сираттағы «Трактор» операцияһы үткәрелде.
Сара Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы һәм юл хәрәкәт хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә ойошторолдо.
Рейд барышында 57 берәмек техника тикшерелеп, 25 осраҡта файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу асыҡланған.
Гостехнадзор инспекцияһының Бөрйән районы буйынса баш инженер-инспекторы С. Ишморатов хәбәр итеүенсә, 4 осраҡта техникаларҙың документтары теүәл булмауы асыҡланған. 7 осраҡта техника техник күҙәтеү үтмәгән һәм 6 осраҡта тракторист-машинист танытмаһы булмайынса идара итеү теркәлгән. -Техниканы тотҡас, ҡарарға, ваҡытында техник күҙәтеү үткәрергә, документтарын тәртиптә тоторға кәрәк.
Күп авариялар шул техниканың төҙөк булмауы арҡаһында килеп сыға бит. Әлеге мәлдә арбамды техник торошҡа тап килтереп, суд аша иҫәпкә лә ҡуйҙым, – тип фекерҙәре менән бүлеште «Беларусь» тракторын йөрөтөүсе Ирик Сөләймән улы Мәзинов.
Ауыл ерендә техникаһыҙ булмай. Утынын да ташыйһың, бесәнен дә эшләйһең. Улар юлһыҙ ерҙән ташылмай, оло юл аша ла үтергә тура килә. Техникаларҙың хәл-торошо шуға күрә бөтөн талаптарға ла тап килергә тейеш.