Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июль 2020, 11:00

КҮМӘКЛӘГӘН ЯУ ҠАЙТАРҘЫ

Һарғайып-көймәһен Һарғая

Һарғайып-көймәһен Һарғая
Таңғы алтыла юлландыҡ Һарғая тарафтарына.
Штабҡа юлланабыҙ. Унда таң һарыһынан техника, кешеләр килеп тулған. Республика, район, ҡурсаулыҡ кимәлендәге етәкселәр ҙә шунда. Һәр кемдең ҡулында – телефон йә рация – ҡыҙып-ҡыҙып ҡайҙалыр (өҫкәлер инде) хәл-торош хаҡында бәйән итәләр. Эргәләге түмәштәргә ултырып урындағы халыҡ әңгәмә ҡора. Һәр кемдең телендә – янғын темаһы.
Йөрәктәрҙе әрнетерлек тарихтарҙы ла ошонда ишеттек...
Бахыр айыуҙар, янғындан ҡасып барышлай, арттарына ҡапҡан утты һүндереү өсөн тауҙан аҫҡа ултырып шыуа икән... Бүреләр төнөн олой, бәғзеләре илай-иңрәй инде... Бер инә бүре хатта, кеше эргәһендә балаларына хәүеф янамаҫ, типтер инде, янғын артабан таралмаһын, тип урманда ҡуна ҡалған егеттәр эргәһенә алып килеп ҡалдырған...
Ҡарағайҙар, меңйәшәр ҡарағастар илап ауа... Хоҙайға тәсбих әйтеп ултырған ағас-ҡыуаҡ, сәскә-үлән, үҙ телендә Аллаһты зекер иткән бөжәк, януар-кейек, ҡош-ҡорт, күбәләй ҡырмыҫҡа иләүҙәре, кейеҙ кеүек мүк ҡатламы – барыһы-барыһы ауыҙынан дәү ялҡын телдәрен бөрккән ут-аждаһаның туймаҫ ҡорһағына инә... Тәбиғәт иңрәй, тәбиғәт ярҙам һорай...Ошо тарихтарҙың бәйәне генә йәнде тетрәтә. Ә ошо ут эсендә йөрөгәндәрҙең хәле нисек – бер Хакимдар белә...
Тәнде генә түгел, йәнде ҡурыр эҫенән ғәйре янған урмандары өсөн йөрәге яна һарғаяларҙың.
Ҡорбан да салдырып ҡараныҡ
- Янғындың икенсе көнөнә ҡорбан да салдырып ҡараныҡ. Бына Мәһәҙейҙән Алмас Ғарифуллин ирекмәндәргә ашат, тип бер һарыҡ бирҙе, шуны ла, ямғыр яуһын, ут һүнһен, тип ҡорбан итеп салырға ниәт. Кеше ярҙам итә: Әбделмәмбәттән Йыһанур Шәмиғолов үҙ заправкаһы менән янғын бөткәнсе ҡулланығыҙ, тип тракторын бирҙе. Уның тракторсыһы Заһир Ҡарамышев бөгөн булһа ут һыҙығында. Искәндәр, Нур, Роза, Вәсилә Яныбаевтар, Азат Ишморатов, Ирек Шишков, Илгиз Язағолов, Әсҡәт, Шәфҡәт, Фирғәт Хәмитовтар көнө-төнө ут тотоп ята. Улар өйҙәренә ҡайтҡаны ла юҡ. 76-сы кварталдағы утты Ҡыраҡаға ебәрмәҫкә ниттәре. Ошо сикте сыҡһа, 1975 йыл ҡабатланасаҡ, Аллам һаҡлаһын. Килдеғолдан Айҙар Билалов та тракторын биреп ҡуйҙы.
Ирекмәндәрҙе, уларға ебәрелгән ризыҡтарҙы, ГСМ – бөтәһен ҡабул итәм, әүештерәм-теүештерәм, ти ғүмере ошо ҡурсаулыҡта үткән хужалыҡ мөдире Мансур ағай Яныбаев.
Теҙелергә!
Ирекмәндәр ҙә һәптеюҡ. Бына янғынға ҡаршы көрәшкә сығасаҡ кешеләрҙе һалдаттар кеүек теҙеп ҡуйҙылар. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарға ҡаршы көрәш буйынса начальнигы Р. Арсланов хәл-торошто, бөгөнгө көн бурысын төшөндөрә. Уның 1-се урынбаҫары К. Первов та бында. ”БР урман янғындарына ҡаршы көрәш үҙәге”нең Белореттан килгән вәкиле А. Исмәғилев егеттәргә бөгөнгө эш – нисек итеп янғынға ҡаршы үрт ебәреү хаҡында аңлата. “Урал” машинаһына эш ҡорамалдары менән йәһәтләп тейәлә егеттәр.
Беҙ - ҡурсаулыҡ директоры И. Вәлиевтың машинаһында.Уның бер ҡулы рулде борһа, икенсе ҡулы рациянан бушамай – хәл-торошто һорашалар, бойорғаны, ниҙер таптырғаны ҡайҙа.
Тигеҙһеҙ юлдан Ҡолғанаға ҡарай юлланабыҙ.Текә машиналарҙа йөрөп ятҡан төрлө рангалағы түрәләр тәки директорҙы төшөрөп алып ҡалды – кәңәшмә үтә, унда яуап тотаһы бар икән...Кәңәшмәнең ут һүндереүҙән мөһимерәк сағылыр, күрәһең...
Рядовой Кәрим – авангардта
Тас Мостайса китте сиселеш: Илнар Тайфур улы урман уртаһында рулде ҡурсаулыҡтың дәүләт инспекторы Кәрим Фәхретдиновҡа тотторҙо, ҡабалан ғына эш ҡушты.
- Рядовой Кәрим,
бер аҙым алға сыҡ -
Авангардта барасаҡһың
юл асып! –
булараҡ яңғыраны.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 24 июль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: