Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июнь 2020, 14:00

ҺЫУ ИНГӘНДӘ ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйге каникул осоронда һыу инеү хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен балаларығыҙҙың иҫенә төшөрөп тороғоҙ! Йәйге каникулдар башланыу менән балалар хәүефһеҙлеге айырыуса иғтибар үҙәгендә, сөнки балалар йәй осоронда күберәк хәрәкәтсән һәм үҙаллы булып китәләр.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйге каникул осоронда һыу инеү хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен балаларығыҙҙың иҫенә төшөрөп тороғоҙ!
Йәйге каникулдар башланыу менән балалар хәүефһеҙлеге айырыуса иғтибар үҙәгендә, сөнки балалар йәй осоронда күберәк хәрәкәтсән һәм үҙаллы булып китәләр. Күпселек ҡағиҙәләр балалар өсөн ябай күренеш булһа ла, тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ:
- махсус йыһазландырылған, рөхсәт ителгән урындарҙа һәм пляждарҙа ата-әсә күҙәтеүе аҫтында ғына һыу инергә ярай;
- йыһазландырылмаған һәм һыу инеү тыйылған һыу ятҡылыҡтарында һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла;
- таныш булмаған урындарҙа һыуға һикермәгеҙ, билдәһеҙ рельефлы һыу төбөнә суммағыҙ. Һыуға ҡолау хәүефе булған ерҙә баҫып тормағыҙ, уйнамағыҙ;
- йөҙөргә яраҡлы зоналарҙы сикләүсе билдәләрҙән ары китмәгеҙ. Кәмә, баржаларға яҡын бармағыҙ!
- көслө ағымға ҡаршы йөҙмәгеҙ, уны ярға яҡынлау өсөн ҡулланығыҙ;
-артыҡ ҡыҙынмағыҙ һәм ныҡ өшөмәҫкә тырышығыҙ. Ашағандан һуң 1,5-2 сәғәткә тәнәфес эшләгеҙ. Һыу температураһы 18 градустан, һауа температураһы 22 градустан түбән булған осраҡта һыу инмәгеҙ;
-һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән, ҡулдан эшләнгән модель ҡорамалдарҙы ҡулланмағыҙ. Улар түңкәрелергә мөмкин!
- һауа тултырылған матрастарҙа, автомобиль камераларында йөҙһәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ;
- катерҙа йәки кәмәлә йөҙгәндә урындарығыҙ менән алмашмағыҙ. Кәмәнең ситенә ултырмағыҙ һәм ултырғыстарына баҫмағыҙ. Кәмә ситенән һикермәгеҙ. Ярҙам килгәнсе түңкәрелгән кәмәнән ситкә китмәгеҙ.
Балаларҙың ғүмере беҙҙең ҡулда, уны хәүеф аҫтына ҡуймайыҡ! Иғтибарлы булайыҡ!
Читайте нас: