Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2020, 13:58

ИЛЕКТЕҢ ҮҢӘСЕН ҺЫҠҠАН…

Һуғыш ваҡытында булған был хәл. Һарағы ауылыныҡылар Талпаҡ тигән ерҙә ағас ҡырҡып ятҡан. Малайҙар ботаҡ ботаған, үртәгән. Ашнаҡсы (кәшәүәр) булып Менәүәрә инәй менән Гөлшәрифә инәй эшләгән.

Һуғыш ваҡытында булған был хәл. Һарағы ауылыныҡылар Талпаҡ тигән ерҙә ағас ҡырҡып ятҡан. Малайҙар ботаҡ ботаған, үртәгән. Ашнаҡсы (кәшәүәр) булып Менәүәрә инәй менән Гөлшәрифә инәй эшләгән. Һуғыш башланған саҡ. Ашарға ла таҡа-тоҡа ғына булған, билдәле. Эшселәр ҙә ҡоро һоло өйрәһенә ҡарап ҡала. Ошо хәлгә эсе бошоп йөрөгән Менәүәрә инәй бер көндө төшкө аш ваҡытында:
Һарағы йылғаһы буйындағы таштарҙан бер илек мүк ашап йөрөй,Хәйбулла, берәй нисек итеп шуны тота алмаҫһыңмы, тигәс, атайым, оло кешенең һүҙен йыҡмай, илек ауларға була.
Менәүәрә инәй һөйләгән ергә бара ла, бейек кенә ташҡа менеп йәтешләп баҫып, шым ғына тик тора. Бер мәл, ысынлап та, илек таш аҫтына килеп мүк ашай башлай. Атайым, уңайлы мәлен тура килтереп, илектең өҫтөнә һикерә һәм, дөрөҫ самалағас, атлана төшә. Илек тегене өҫтөнән быраҡтырыр китә, атай ҙа бирешергә теләмәй - тегенең үңәсен һыға, өҫтөнән төшмәй ҡырталаша. Ниһайәт, илектең хәле бөтөп ҡолай... Атайым ҡулына таш алып, тегенең башын төйгөсләй. Тамам үлгәнен белгәс, балаганға бара. “Мин илекте үлтерҙем”, - тигәс, Менәүәрә инәй: “Ҡалайтып үлтерҙең?”, - ти аптырап.
Һикереп төштөм, ултыра төштөм, тота төштөм, үңәсен һыҡтым, тип теҙә икән ҡурҡышынанмы, ҡыуанысынанмы албырғаған атай.
Апайҙары, аптырап, ҡабатлап һорайҙар икән. Атайым йәнә:
Һикереп төштөм, ултыра төштөм, тота төштөм, үңәсен һыҡтым, тип ҡабатлап тик тора икән.
Атай үлтергән илекте Менәүәрә менән Гөлшәрифә апайҙар барып һуйып, тунап ала.Шунан аслыҡтан миктәп барған эшселәргә бешереп ашаталар. Хатта тиреһен дә өтөп ашанылар, тип иҫләй ине атай мәрхүм...
Атай ҡартайғас та йәштәштәре , ошо хәлде иҫкә төшөрөп, гел шулай баяғы һүҙҙәрҙе ҡабатлап- һамаҡлап шаярталар ине, һикереп төштөм, ултыра төштөм, тота төштөм, үңәсен һыҡтым, тип...
Читайте нас: