Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2019, 15:17

ЯҢЫ ЙЫЛ ТАМАШАЛАРЫ

Яңы йыл тамашаларын һәр кем көтөп ала. Быйыл да саралар сылбыры байрамды тамаша ҡылырға килгән халыҡҡа тын алырға ла ирек бирмәне, тиһәң дә хата булмаҫ.Тәүҙә район мәҙәниәт һарайы алдындағы сәхнәлә үҙебеҙҙең әртистәр ҡуйған Яңы йыл мажаралары башланып китте.

Яңы йыл тамашаларын һәр кем көтөп ала. Быйыл да саралар сылбыры байрамды тамаша ҡылырға килгән халыҡҡа тын алырға ла ирек бирмәне, тиһәң дә хата булмаҫ.
Тәүҙә район мәҙәниәт һарайы алдындағы сәхнәлә үҙебеҙҙең әртистәр ҡуйған Яңы йыл мажаралары башланып китте.
Байрам, йыр-бейеү һәм яҡтылыҡ менән яҡшылыҡты яратмаған уҫал Төн батшабикәһенең һәм уның һәр һүҙен тайпылышһыҙ үтәргә әҙер ярандарының – йәшел башлы, ялтыр кейемле Инопланетяндарҙың Ергә төшөп Яңы йыл биҙәге шыршы-ҡупшыҡайҙың башына ҡаҙалған йондоҙҙоң саталарын йолҡоп алып балаларҙы байрамһыҙ итергә тигән уҫал ниәттәре барыбер тормошҡа ашманы – улар урлап алып ҡайтып барғанда төшөрөп юғалтҡан биш сатаның береһен - Айҙан , икенсеһен урмандан Лунтик табып алды, өсөнсөһөн – диңгеҙ ярынан Һыуһылыу, дүртенсеһенн – Үрмәкестәрҙең ауына эләккән Ҡуян, бишенсеһен - Ҡарһылыуы менән байрамға ашығып килән Ҡыш бабай. Мәкерле планы тормошҡа ашмағанға ажғырып Ергә килеп төшкән Төн батшабикәһенең дә, Инопланетяндарҙың да йөрәген яҡшы һүҙ, байрам кәйефе, изгелеккә , бергә булыуға өндәү менән иретте януар-йәнлектәр, тамашаға килгән балалар.
Балалар Лунтик һәм башҡа әкиәт геройҙары ыңғайына бейергә төштө, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың ихлас ҡотлауҙарын тыңлап кинәнде, күстәнәстәренән ауыҙ итте.
Артабан мөҙҙәт Ҡыш бабай һәм ҡарһылыуҙарҙың сәмле ярышына етте. Район үҙәгендәге ойошма-предприятиелар инде матур традицияға әйләнгән был сараларға йылдан-йыл ихласыраҡ әҙерләнә. Ана бит, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Ҡыш бабайы тундың затлыһын кейеп алған – тегенсе Флүрә апай Хәкимованың ҡул һәм йөрәк йылыһын һалып, милли орнамент- ҡусҡар менән биҙәп теккән костюмы магазин кәштәләренән төшкәндәренән күпкә матур ҙа, ҡиммәт тә!
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының Театр йылына, Сусҡа йылын оҙатып Сысҡан йылын ҡаршылауға ҡоролған тамашаһы менән башланып киткән конкурс сәмле генә барҙы. Район үҙәк дауаханаһы, мәғариф бүлеге, “Балалар ижады үҙәге”, Иҫке Собханғол мәктәбе коллективтарының сығыштары сағыу булды. Район мәғариф бүлеге, Иҫке Собханғол мәктәбе флеш-мобҡа төшөп китте – башҡаларҙы эйәртте.
“Ҡыш бабайҙың тылсымлы санаһы” конкурсы ла сәмгә-йәмгә ҡоролғайны. Бына Ҡарһылыуҙарын ҡупшы саналарына ултыртҡан Ҡыш бабайҙар страрт һыҙығынан выжлап сығып та китте, ул ике арала, саналарының бауы хөрт булыу сәбәпле, Иҫке Собханғол мәктәбенең санаһы артабан китә алманы – икенсе рәткә ҡалды. “Аҡбуҙат” тарҙың Ҡыш бабайы (Хаммат Ҡыуандыҡов), йәше һәптеюҡ булһа ла, тәүге әйләнештәрҙә йәштәрҙе еткермәне.
Тәүге әйләнештә саналары бәкәлгә һуҡһа ла, сәмләнеп киткән Иҫке Собханғол мәктәбе Ҡыш бабайы Ҡарһылыуын выжлатып осороп алып килеп, беренсе урын яуланы.
“Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу” конкурсында Гран-при эйәһе – “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуы.
Артабан һәр ойошма фейерверк аттырып тирә-йүнде яҡтырты.
Район мәҙәниәт һарайы биләмәһендәге боҙ һындарҙы яҡлау үҙ ерлегебеҙҙә тыуған “Урал батыр” эпосы геройҙары заманына алып ҡайтты. “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” (“Боҙ һындарҙы яҡлау” конкурсында – 1-се урын) үҙҙәренең Самрау батшаһын ихлас яҡлап, тотош театрлаштырылған тамаша ҡуйып өлгөрҙө, “Мәсем” үҫмерҙәр клубы, “Балалар ижады үҙәге”, Спорт мәктәбе лә ҡалышманы – Һомай образы янында тамаша ҡуйҙы (2-се урын).
Район үҙәгендәге ойошма-предприятиелар үҙ биләмәләре алдына ҡар-боҙ һындар яһап ултыртты, таусыҡтар эшләп ҡуйҙы. Уларҙың эше ауыл йәме булып ҡына тормай, ә балаларҙың иң күп йөрөгән, яратҡан урыны.
Ойошма-предприятиелар араһында Гран-приҙы ДРСУ яулаһа, белем биреү учреждениелары араһында – Ағиҙел ҡасабаһындағы мәктәп!
Читайте нас: