Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Декабрь 2019, 12:00

ВАНДАЛДАР ҠАЙҘАН БАРЛЫҠҠА КИЛӘ?

Юҡты бар итеү өсөн иң беренсе аҡыл, теләк, унан ҙур тырышлыҡ, ваҡыт һәм аҡса кәрәк, ә барҙы юҡ итеү өсөн быларҙың береһе лә кәрәкмәй, башты иҫәргә һалыу ҙа етә. Тибепме, һуғыпмы онтаның да – вәссәләм! Районда ошо һуңғыларының артыуы хәүефләндерә.

Юҡты бар итеү өсөн иң беренсе аҡыл, теләк, унан ҙур тырышлыҡ, ваҡыт һәм аҡса кәрәк, ә барҙы юҡ итеү өсөн быларҙың береһе лә кәрәкмәй, башты иҫәргә һалыу ҙа етә. Тибепме, һуғыпмы онтаның да – вәссәләм! Районда ошо һуңғыларының артыуы хәүефләндерә.
Ҡыйшайған, хатта йығылып ятҡан юл билдәләре, онталған, төрлө яҙыуҙар менән сыбарланған туҡталҡалар, юл ситтәренә үк ташлап кителгән ағас ҡалдыҡтары, урамдарҙа һындырылған рәшәткәләр, түңкәрелеп ятҡан ҡый һауыттары, буш торған өйҙәрҙең ватылған тәҙрәләре, ҡайырылған ишектәре – былар үҙенән башҡа кеше тураһында уйлай белмәгән вандалдарҙың “почерктары”.
Бына күптән түгел генә булған хәл дә аптырауға һалды. Баҙал биҫтәһендә яңы ғына төҙөлгән балалар өсөн уйын майҙансығында ла “ҡара эҙҙәр” ҡалдырып өлгөргәндәр - балалар өсөн пластиктан махсус эшләнгән уйынсыҡ өй эсендәге эскәмйәне үртәп маташҡандар. Кемгә ҡамасаулаған һуң ул эскәмйә? Һорау риторик булып ҡала. Сөнки бөгөн балаларға һүҙ әйтергә лә, әрләргә лә ярамай. Ә был урында бер нисә малайҙың йөрөгәнен күреүселәр булған.
Шул тирәләге туҡталҡаны ла аямаған “яҙмыш” – уның профнастилдан эшләнгән стенаһын йәмшәйтә тибеп китеүселәр табылған. Эске яҡтан стенаһы ла эт ашамаҫ һүҙҙәр менән сыбарланған.
Юл билдәләре ҡуйылған нисә тимер бағана хәҙер кемдеңдер кирбестән эшләнгән ҡапҡа, баҡса бағанаһы эсенә инеп йәшенде икән? Йәнә яуапһыҙ һорау. Дөрөҫөрәге, намыҫҡа һорау... Намыҫың юҡ икән, яуап та тапмайһың.
Быларҙың сәбәбе нимәлә? Ни өсөн кемдер булғанды емереү менән булыша? Тәрбиәнән, тиер күптәр. Эйе, килешмәй булмай. Өйҙә ата-әсәһе тәртипкә өйрәтеп, бүтәндәргә зыян килтермәҫкә, сит мөлкәтте ватмаҫҡа әленән-әле өндәп торған бала барыбер ҙә бер ни тиклем һиҫкәнә, ул эшкә барыр алдынан әҙ генә булһа ла уйлана торғандыр.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тигән мәҡәл дә бар. Ни өсөн ауылдарға яҡын урман-ҡырҙарыбыҙ тотош сүплеккә әйләнде? Бында ла бит үҙебеҙ ғәйепле. Бала алдында йәки бала менән бергә ҡый-һайыбыҙҙы машинанан төшмәй генә тиерлек бушатып китәбеҙ. Урманға ял итергә сыҡҡанда ла ял иткән урынды йыйыштырып китеү мәҙәниәте күптәргә ят күренеш. Бала быларҙы күңеленә һеңдерә, ололар эшләгәс, шулай тейеш, тип ҡабул итә бара.
Ғөмүмән, бөгөнгө балаларҙың “ярамай”ҙы белмәй үҫеүе ҡурҡыныс. Уларға бөтәһе лә мөмкин: еңмешләнеп, заманса телефон таптырырға ла, магазинда биҙунданып күҙе ҡыҙған тәмлекәсте алдырып ашарға ла, хатта, әсәһе ул теләгән әйберҙе алмаһа, шунда уҡ, кеше алдында, әсәйгә һуғып ебәрергә лә, ата-әсә ҡушҡан эште үтәмәй, көндәр буйы компьютер йәки телефон менән булышып ултырырға ла... Тормошто “мөмкин” һәм “кәрәк” тигән төшөнсәләр аша ғына күреп, “ярамай”ҙы һанға һуҡмаған, компьютерҙағы уйындарҙа нимәнелер мәңге емереүсе, үлтереүсе кешеләрҙе күреп үҫкән балаларҙың киләсәге уйландыра, йәмәғәт. Бөгөнгә шулай эштәр, тора-бара ништәр, тип аптырап бот сапҡан булабыҙ ҙа ... шуның менән бөтә.
Район мәҙәниәт һарайы алдындағы балалар майҙансығына ейәнсәрҙәрен уйнарға алып барған бер өләсәйҙең һөйләгәндәре лә уйландыра.
-Ҡаланан ҡайтҡан ейәнсәрҙәремде уйнатырға алып барып, аптырап ҡайттым. Бәләкәй балалар өсөн эшләнгән майҙансыҡты үҫмер малайҙар “баҫып алған”. Нимә генә ҡыланмайҙар. Шыуғыстың башына менеп алалар ҙа, бәләкәйҙәргә шыуырға ла хут бирмәй торалар. Бәләкәстәр тегеләрҙең боттары араһынан үтеп шыуып төшкән булалар. Уларға әйтеү стенаға таш бәреүгә тиң – һинең әйткәнеңә ҡолаҡ һалырға ла уйламайҙар. Бысыраҡ аяҡ кейемдәре менән тороп шыуып китәләр. Ә бәләкәстәр шул уҡ ерҙән ултырып шыуалар.
Ҡыланышып, шундағы шыршыларҙың ботағына уҡ менеп киткәндәрен күрергә тура килде. Ул шыршыларҙы ла тәләфләп бөтөрҙәр ул, - тип аптырап һөйләне өләсәй.
Ғалимдар вандализмды бер нисә мотивацион типҡа бүлә:
-үҙеңә нимәлер алыу өсөн ҡылынған вандализм;
-тактик вандализм;
-идеологик вандализм;
-үс алыу вандализмы;
-уйын рәүешендәге вандализм;
-асыулы вандализм.
Был осраҡта балаларҙың ҡылығын уйын рәүешендә ҡылынған вандализмға индерергә мөмкиндер. Бәлки, өлөшләтә үс алыу вандализмы тигәне лә барҙыр. Сөнки, әйтәйек, ни өсөн бүтәндәр ҙә уйнарға тейеш был майҙансыҡта, тип тар күңелләнеү арҡаһында килеп сыҡҡан үс тойғоһо булыуы ихтимал.

Вандализмға йөрьәт иткән оло кешеләр ҙә, балалары шундай ғәмәлдәрҙе ҡылған ата-әсәләр ҙә РФ Енәйәт кодексында бындай вәхшилектәр өсөн нидәй яза ҡаралғанын аңларға тейештер - Кодекстың 214-се статьяһын интернет селтәренән асып та уҡырға мөмкин.

Һәр сирҙе башланған мәлендә иҫкәртеү ҙә, дауалау ҙа еңелерәк. Шуға күрә бындай эштәр менән булышҡан баланың алдынан алмай, уға иҫкәртеү яһаған тәрбиәсенең, уҡытыусының, башҡа өлкән кешенең үҙен ғәйепләргә маташмай ғына, баланың аңына былай эшләргә ярамағанлығын һеңдергәндә, моғайын, һөҙөмтәлерәк булыр ине. Юғиһә, бәғзеләребеҙ ҡайһы саҡ ошоноң тап киреһен эшләй башлай бит. Был әҙәпһеҙлек тора-бара ғәҙәткә әйләнеп китеүе лә мөмкин икәнен онотмайыҡ. Ул саҡта инде өй мөйөшөнә сыбыҡ элеүҙән йәки сәсте йолҡоп илауҙан ни фәтүә?!
Тиҙҙән Яңы йыл. Кешеләрҙә байрам кәйефе уятыу, уларҙы ҡыуандырыу өсөн әллә күпме хеҙмәт һалып эшләнгән боҙ һындарына көн күрһәтмәүселәр ҙә йыл һайын табылып тора. Быйыл да яңы ҡорола башлаған боҙ майҙансығында вандалдар ҡара эҙҙәрен ҡалдырып та киткәндәр - боҙҙан эшләнгән Аҡбуҙаттың ҡанатын һәм ҡойроғон, ҡылысты һындырып киткәндәр. Хатта теге урамдағы сәхнәнең грим бүлмәһендә бәшмәк ҡыҙҙырырға маташыусылар ҙа булған.
Яҙа башлаһаң, бындай күренештәр бихисап. Вәхшилеккә ҡаршы бары тик күмәкләп: өйҙә - ата-әсә, мәктәптә – уҡытыусылар, урамда был хәлгә шаһит ололар бергәләп тырышҡанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешергә мөмкиндер ул. Ә, эй, кеше менән яманлашып йөрөмәйем әле, тип һәр беребеҙ һәйбәт булып ҡалырға тырышып, күҙ йомһаҡ, киләсәктә нимә булырын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Тәрбиә рычагын компьютер менән телефонға ғына тапшырып ҡуйыу, балаларға эш ҡушмау “модала” бөгөн. Теге әллә күпме аҡса, кеше көсө сарыф итеп эшләнгән балалар өсөн уйын майҙансығындағы вандаллыҡ та эшһеҙлектән, төрлө насар уйындар менән мауығыуҙан вәхшилеккә юл бер аҙым икәненә дәлил.
Читайте нас: