Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2019, 12:20

БАШ ҠАЛА ОНКОЛОГЫ МЕНӘН ОСРАШЫУ

27 ноябрҙә Иҫке Собханғол мәктәбендә һәм Байназар мәҙәниәт йортонда “Сәләмәтлек мәктәбе” проекты сиктәрендә яман шеште иҫкәртеү, һаулыҡты һаҡлау тураһында лекция уҙҙы. Осрашыуҙы Өфөнән табип-онколог, хирург, паллиатив ярҙам табибы Гөлнур Ниғманова алып барҙы.

27 ноябрҙә Иҫке Собханғол мәктәбендә һәм Байназар мәҙәниәт йортонда “Сәләмәтлек мәктәбе” проекты сиктәрендә яман шеште иҫкәртеү, һаулыҡты һаҡлау тураһында лекция уҙҙы. Осрашыуҙы Өфөнән табип-онколог, хирург, паллиатив ярҙам табибы Гөлнур Ниғманова алып барҙы. Сарала “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Г. Йомағолова, үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Р. Айытбаев ҡатнашты.
Гөлнур Хәмзә ҡыҙы 30 йыл онколог булып эшләй. Ул яман шештән нисек һаҡланырға кәрәклеге тураһында ентекле һөйләне, үҙенең практикаһынан бик күп миҫалдар ҙа килтерҙе.
- Яман шеш нәҫел буйынса бирелмәй. Тик сирле әсә кешенән генә ҡыҙына бирелергә мөмкин. Шуның өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға маммограф тикшереүе үтеп, түш биҙҙәрен тикшертеп тороу мөһим.
Кешеләрҙә һаулыҡты һаҡлау мәҙәниәтен тәрбиәләргә кәрәк. Йылына бер тапҡыр флюорография, диспансеризация үтеп тороу кәрәк.
Тәмәке тартыу ҙа үпкә яман шешенә килтереүе ихтимал. Әгәр ҙә кеше 10 йыл тәмәке тарта икән, ул 6 йыл ғүмерен юғалта, тигән һүҙ. Шулай уҡ насвай, снюс ҡулланыу бик ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерә. Уларҙың составында булған төрлө ҡушылмалар ауыҙ ҡыуышлығы, эсәктәр яман шешенә килтереү ихтималлығын 40 тапҡырға арттыра.
Әгәр яҡын кешегеҙ ҡапыл ябыға башлаһа, хәлһеҙлеккә һәм аппетиты юғалыуға, ҡатын-ҡыҙҙар һөт биҙҙәрендә ҡаты төйөрҙәр, ир-аттар бәүелендә ҡан ҡатнашмаһы күренеүгә зарланһа, иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың билдәле төркөмөндә цитологияға бәйле ысул менән тикшереү аналыҡ муйынтығы яман шешен иртә асыҡлауға ярҙам итә, - ти табип Г. Ниғманова.
Гөлнур Хәмзә ҡыҙы айырыуса йәштәргә, үҫмерҙәргә һаулыҡтарына һаҡлыҡ менән ҡарарға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Ата-әсәләргә үҫмер балалары, йәштәр менән хәүефһеҙ енси тормош хаҡында һөйләшеүҙәр алып барырға уңайһыҙланмаҫҡа, тигән теләктәрен дә белдерҙе.
- Яҡындарығыҙҙың, үҙегеҙҙең организмығыҙҙа булған үҙгәрештәргә, атап әйткәндә, ауыҙ ҡыуышлығындағы шештәргә, тире төҫөнөң үҙгәреүенә, тәндәге миңдәргә, тел төҫөнә иғтибар итергә өйрәнергә кәрәк.
Ауырыуҙарҙың 90 проценты эсәктәрҙән башлана. Көнөнә бер стакан бүлмә температураһындағы һыу эсегеҙ. Бәүел асыҡ төҫтә булырға тейеш, улай түгел икән, тимәк, һеҙ тейешле кимәлдә һыу эсмәйһегеҙ йәки бөйөрҙәр яҡшылап эшләмәй тигән һүҙ. Хәрәкәт итегеҙ. Антибиотиктар ҡулланғандан һуң да эсәктәр микрофлораһын таҙартырға кәрәк. Организмдағы паразиттарҙың күпләп йыйылыуы йыуан эсәк яман шешенә килтереүе бар. Йыуан эсәк яман шеше һуңғы стадияға тиклем беленмәй. Уны иҫкәртеү өсөн ике этапта тикшереү үткәрелә: йәшерен ҡанға оло ярау анализы һәм колоноскопия.
Шулай уҡ стресс кисереүҙе лә кәметегеҙ. Яҡындарҙы юғалтыу ғына ысын стресс, ә ҡалғандарына философик күҙлектән ҡарарға өйрәнер кәрәк. Мәҫәлән, бер айҙан, йәки бер йылдан шул проблема һеҙҙе борсор инеме икән, тип уйлағыҙ.
Киләсәгең тураһында хәстәрлек күреү өсөн беренсе аҙым яһау - табипҡа барып, тикшеренеү үтеү мөһим.
Шулай уҡ хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, күп нәмә кешенең йәшәү рәүешенә: дөрөҫ туҡланыу, тирә-яҡ мөхит, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, насар ғәҙәттәрҙән арыныу һәм спорт менән шөғөлләнеүгә бәйле, - тип тамамланы һүҙен Гөлнур Хәмзә ҡыҙы.
Сара аҙағында лекция тыңлаусылар табипҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарын бирҙеләр.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Р. Айытбаев халыҡты диспансеризация үтергә саҡырҙы.
Гөлнур Ниғманованың “Табип ҡабул итә” тип аталған видеопроекты интернет ҡулланыусылар араһында танылыу яулай бара. Ауырыуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү тураһындағы яҙмаларын ютуб-каналында ҡарарға була.
Читайте нас: