Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2018, 16:26

Ноябрҙә нисек ял итәбеҙ – Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы

Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе бер юлы өс ял көнө көтә.Илдең хеҙмәт кодексына ярашлы, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – эшләмәгән байрам көнө. 2018 йылда байрам йәкшәмбегә тура килә, шуға ял көнө дүшәмбегә, 5 ноябргә, күсерелә. Шулай итеп, рәсәйҙәр 3, 4 һәм 5 ноябрь ял итә.

Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе бер юлы өс ял көнө көтә.


Илдең хеҙмәт кодексына ярашлы, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – эшләмәгән байрам көнө. 2018 йылда байрам йәкшәмбегә тура килә, шуға ял көнө дүшәмбегә, 5 ноябргә, күсерелә. Шулай итеп, рәсәйҙәр 3, 4 һәм 5 ноябрь ял итә.



«Йома, 2 ноябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, сөнки ул байрам алды көнө түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Рәсәй Хеҙмәт кодексының 10-сы статьяһына ярашлы. Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә эшләмәгән байрам көнө 4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнө – отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй».
Халыҡтар берҙәмлеге көнө тәүгә 2005 йылда билдәләнде. Байрам Рәсәй Хәрби даны көндәренә индерелгән һәм 1612 йылда халыҡ ополчениеһының поляк баҫҡынсыларын еңеүенә арналған.
Читайте нас: