Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май 2018, 11:41

Комиссия ултырышында көнүҙәк мәсьәлә

Район хакимиәтендә райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Комиссия тәүҙә быйылғы яҙғы ташҡын, уның эҙемтәләре тураһында мәсьәләне ҡараны.

Район хакимиәтендә райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Комиссия тәүҙә быйылғы яҙғы ташҡын, уның эҙемтәләре тураһында мәсьәләне ҡараны.

- Быйылғы ташҡынға әҙерлек яҙ башланыр –башланмаҫтан уҡ башланды. Яңы Мөсәт аыулында, Иҫке Собханғолда Алағуян йылғаһы, Әбделмәмбәттә-Үҙән, Яңы Усманда-Бетерә йырҙаларынан сыҡты, йән-яҡты шәре баҫты. Тәбиғәт стихияһына ҡаршы ваҡытында кешеләрҙе, техниканы йәлеп итеү генә ҙур бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарҙы. Нисек кенә ауыр булмаһын, һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ һәм ваҡытында Ағиҙел йылғаһында боҙ тығылыу мөмкинлеге ҙур булған участкаларҙа шатлатыу эштәре башҡара алдыҡ. Яҙғы ташҡын шулай уҡ беҙгә нимәләр эшләнгән, ә иң мөһиме киләсәктә кисекмәҫтән нимәләр эшләргә тейешлекте лә күрһәтте. Мәҫәлән, ҡайҙа ниндәй диаметрлы үткәргес торбалар һалырға, булғанын таҙартырға, ҡайҙа ниндәйерәк канал ҡаҙырға, ауылдарҙа иҫкәртеү системаһы һәм уның аша бирелгән сигналды халыҡтың белергә тейешлеге һ.б. бик күп эштәр кисекмәҫтән хәл итеүҙе көтә һәм бәлә килерен көтмәйенсә урындарҙа хакимиәт башлыҡтары, яуаплы предприятие, ойошма етәкселәре бөгөндән уларҙы хәл итеү тапҡырында планлы эш алып барырға бурыслы, тине ултырышты асып район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов.

Йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында (“Ағиҙел” һауыҡтырыу, йәш спецназовсы, “Мәсем” клубы лагеры) янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса әҙерлек эштәре тураһындағы көн тәртибендәге икенсе мәсьәлә буйынса мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр һәм спорт булеге етәкселәренең доклады тыңланды.

Яҙғы-йәйге янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек һәм урман янғындарын профилактикалау һәм һүндереү буйынса махсус саралар комплексы тураһында урман хужалығы етәксеһе И.Ишбулатов сығыш яһаны.

Ултырышта ауылдарҙы, тәү сиратта Мәһәҙи, Яуымбай, Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарын, янғын һүндереү өсөн һыу сығанаҡтары менән тәьмин итеү, мөмкин булған урындарҙа асыҡ йылғанан һыу һурҙыртыу урындарын булдырыу һәм уны даими контролдә тотоу, гидранттарҙың теүәл иҫәбе һәм уларҙың төҙөклөгө тураһында мәсьәлә ҡаралды. Комиссия ултырышында шулай уҡ йәйге осорҙа һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тураһындағы мәсьәлә буйынса ла етди һөйләшеү булды. Көн тәртибенә индерелгән мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙарҙан һуң тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.

Врезка
Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып район биләмәһендә 60 гектар майҙанда 6 янғын сыҡты. Шуның 51,2 гектары урман янғыны. Янғындарға ҡаршы көрәшкә 79 кеше, 30 техника йәлеп ителде. Күпселек осраҡта янғындарға кеше ғәйепле.

Р.Шәмиғолов

Читайте нас: