Февраль айы борон-борондан ҡыштың иң һыуыҡ айы булараҡ билдәле. Тәбиғәтте һәр ваҡыт күҙәтеп барған халыҡ был айға ҡарата ошондай әйтем әйткән. Имеш, бер мәл ғинуар менән февраль ни сәбәптәндер һүҙ көрәштереп алып киткән. Бер-береһен еңә алмағас, февраль ошолай тип әйтеп ҡуйған: “Һинең кеүек ҡыш уртаһындағы ай булһам, һыйырҙың мөгөҙөн һындырыр инем”.
Эйе, һаманда февраль айы иң һыуыҡ ай булып ҡала килә. Ә шулай ҙа быуат башында тәбиғәт һиҙелерлек үҙгәрҙе. Һеҙ үҙегеҙҙә ихтибар иткәнһегеҙҙер. Хәҙер ҡыштың был һуңғы айы тотош ҡаты һыуыҡ көндәрҙән генә тормай. Һуңғы йылдарҙа ҡаты һыуыҡ көндәр араһына йылы көндәр ҡыҫыла башланы. Ҡапыл килгән был йылы көндәрҙә һауа шул тиклем йылына, хатта өй баштарынан тамсылар тама башлай. Әммә бер нисә көн үтә, был сыуаҡ көндәрҙе тағы ла үтә һыуыҡ көндәр алыштыра. Хатта ҡайһы ваҡыт һауа температураһы көн эсендә үҙгәрә бит. Иртәнсәк тороуға көн йылы, ә кискеһен ҡапылдан ғына һыуыта башлай. Йәки, киреһенсә, иртән беҙҙе һыуыҡ көн ҡаршылай, ә кискә ҡарай ҡапыл йылытып ебәрә. Ғилми тел менән әйткәндә, хәҙер февраль айы киҫкен үҙгәреүсән (резко континентальный) булып китте. Әйткәндәй, быйыл беҙҙе синоптиктар ҡыуандырмаҡсы бит әле. Уларҙың фаразлауы буйынса, быйыл ҡыштың һуңғы айы бөтөнләйе менән йылы булмаҡсы. Айҙың урталарында уҡ яҙға тартым көндәр урынлашыуы мөмкин, тип беҙҙе өмөтләндерә улар. Әйткәндәре тура ғына килһен инде.
Февральдә һауа температураһының бына ошолай киҫкен үҙгәреүе бал ҡорттарының тормошона һиҙелерлек кире йоғонто яһай. Ай буйына һуҙылған һыуыҡ көндәрҙе еңел, тәбиғи үткәрә улар. Ә бына көндәрҙең йылы торған мәлендә күс йомғағы (клуб пчел) тарҡалырға мәжбүр була. Тарҡалырға уларҙы йомғаҡ эсендә күтәрелгән температура мәжбүр итә. Көндәр кире һыуытыу менән бал ҡорттары өшөй башлай һәм кире йомғаҡҡа тупланырға мәжбүр була. Әммә улар элекке һымаҡ түңәрәк йомғаҡҡа йыйыла алмай. Күп осраҡта бал ҡорттары гантель рәүешендәге йомғаҡҡа йыйыла. Бындай йомғаҡ, үҙ сиратында, ҡышлауға кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, үрсемдең ниндәйҙер өлөшө юҡҡа сыға. Белеүебеҙсә, февраль айында инә ҡорт әүҙем йомортҡа һала башлай. Минең өйрәнеүҙәр буйынса, умарталыҡта был хәл сама менән 26 февралгә тура килә. Солоҡтарҙа инә бер аҙға иртәрәк эш башлауы бик мөмкин. Тәжрибәле солоҡсоларҙан йыйған минең мәғлүмәттәргә ҡарағанда, солоҡтарҙа ғинуар аҙағында уҡ инә йомортҡа һала башлай. Әммә улар был хәлде тәбиғи күренеш тип иҫәпләмәй, уны тумыртҡаның (йә һыуһарҙың) маҙаһыҙлауы менән аңлаталар. Күпселек солоҡтартарҙа инә ҡорт февралдең урталарында әүҙем йомортҡа һала башлай.
Хәҙерге умартасыға февраль айының бына ошо үҙенсәлектәрен иҫтә тотоп эш итергә тура килә. Ысынлап та, синоптиктарҙың әлеге фаразы дөрөҫкә тура килер һәм быйыл ай уртаһында уҡ йылы көндәр урынлашыр. Бына ошо хәлгә умартасы алдан уҡ әҙер булырға тейеш. Уға был айҙа, башҡа йылдарғанда ҡарағанда, ҡышҡы баҙҙы йышыраҡ тикшереп торорға кәрәк буласаҡ. Уны йышыраҡ елләтеү мөһим. Был эш бал ҡортоноң биологияһына бәйле. Уртаса көслө ғаилә ҡыш осоронда 5 кг тиклем быу (һыу парҙары) бүлеп сығара, шуға күрә был айҙа ҡышҡы баҙҙа һауа үтә дымлы булып китә. Шуға, тәү сиратта, аҫҡы һәм өҫкө кейәләрҙе (нижний леток, верхний леток) тикшереп, уларҙы таҙартып сығыу кәрәк. Кейәләрҙе үлгән ҡорттар ҡаплап ятмаһын. Кире осраҡта оя эсендә һауа алышынмай, ул елләтелмәй, йыйылған һыу парҙарынан хатта рамдар күгәрә башлай. Бал ҡорттарына үтә дымлы һауа һыуыҡҡа ҡарағанда ла нығыраҡ кире тәьҫир итә. Шулай уҡ ҡышҡы баҙҙың төнлөктәрен дә тикшерергә онотмағыҙ. Улар бәҫ менән ҡапланып тормаһын. Тышҡы температура ҡапыл күтәрелеп китһә, тиҙ арала ҡышҡы баҙҙы һыуытыу сараһын күрер кәрәк. Был осраҡта кемдер төнгөлөккә ишектәрҙе аса, кемдер ҡышҡы баҙға ҡар индереп һала, ҡайһы берәүҙәр биҙрә-фәләнгә ҡар тултырып уларҙы иҙәнгә ултыртып сыға. Ҡышҡы баҙ үтә йылынып китһә, бал ҡорттары оянан осоп сыға башлай. Ғәҙәттә улар аҙашалар, кире кейәне таба алмайҙар һәм үләләр.
Бына шулай, хәҙер ҡыштың был һуңғы айы элеккеһенән күпкә айырыла. Шуға күрә хәҙер февралдә умартасының эштәре-хәстәрлектәре лә башҡасараҡ.