Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2017, 16:56

Республикала туристик бренд әҙерләйҙәр

2018 йылда Башҡортостандың үҙенең туристик бренды барлыҡҡа килергә тейеш. Эштәрҙе 30 мартҡа тиклем тамамлау ҡаралған.

ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.
2018 йылда Башҡортостандың үҙенең туристик бренды барлыҡҡа килергә тейеш. Эштәрҙе 30 мартҡа тиклем тамамлау ҡаралған. Заказды башҡарыусы алдында баҙарҙы, маҡсатлы аудиторияны һәм башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен тикшереү, һорау алыуҙар үткәреү һәм шунан һуң ғына образды һүрәтләү маҡсаты ҡуйылған. Туристик брендты әҙерләү республикаға 2,7 миллион һумға төшә, уның менән Өфөләге Paradox Box брендинг компанияһы шөғөлләнә. Сит илгә сығарыу өсөн логотип һәр йүнәлеш өсөн айырым ҡарала.
«Беҙ маҡсатлы аудиторияны тикшерергә ниәтләйбеҙ – биләмәнең үҙенсәлеген, туристарға нимә тәҡдим итә алыуыбыҙҙы, уларҙы нисек йәлеп итергә мөмкин икәнлеген аңларға кәрәк. Берҙәм концепция, платформа төҙөү, уның нигеҙендә берҙәм визуаль образ булдырыу талап ителә. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе туристик бренд маҡсатына ғына яуап бирмәүе лә мөмкин. Беҙҙең алда ундай бурыс ҡуйылмай, ләкин туристарҙан тыш, инвесторҙарҙы ла йәлеп иткән биләмә образын тыуҙырыу ҡыҙыҡлы булыр ине», — тине Paradox Box компанияһының арт-директоры, «Брендинг» категорияһында Forbes рейтингы эксперты, Юғары брендинг мәктәбе уҡытыусыһы Илшат Байбурин.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов һүҙҙәренсә, туристик брендты әҙерләү эске баҙарҙа туристар ағымын 15-25 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә.
«Беҙгә туристар килә алыр ине, әммә уларға республика хаҡында мәғлүмәт етешмәй. Башҡа төбәктәр миҫалында күреүебеҙсә, туристик бренд һәм төбәк брендының тап килмәүе лә мөмкин», — тине Вячеслав Ғиләжетдинов.
Башҡортостанда биләмәләр брендингы өҫтөндә эштәр нисек бара, республикалағы ниндәй ҡалаларҙың брендтары бар һәм улар ни өсөн кәрәк – ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/bash/1085720/