

Ошо изге теләк менән ауылдар буйлап хәйриә концерттары менән йөрөүсе райондаштарыбыҙ хаҡында айырым билдәләп китеү кәрәктер. Апрелдә Әбделмәмбәт ауылы һәүәҫкәрҙәренең көн һайын тиерлек әле бер, әле икенсе ауылға йөрөп сығыш яһауҙарына күптәр шаһит булғандыр. Бер ай тирәһе ваҡыт эсендә улар 11 ауылда концерт ҡуйып, 100 мең һум аҡса туплауға ирешкәндәр.
«Яҙғы моңдар» тип аталған концертты ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Сәлимә Ғарифуллина ойоштора.
-МХО башланғандан алып ауылдаштар менән төрлөсә ярҙам итәбеҙ. Концерттар менән йөрөү уҙған йылда уҡ планда бар ине, быйыл, Аллаға шөкөр, бойомға ашырҙыҡ. Артистарыбыҙға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙ эше, донъяһы, ғаиләһе бар. Ваҡыт юҡ, тығыҙ эш мәле, тип торманылар. Күптәренең яҡындары МХО-ла. Шуға ла беҙҙең маҡсат уртаҡ булды. Яҡындарыбыҙ яуҙа илебеҙ именлеге өсөн тырыша, ә беҙ тылда хәлебеҙҙән килгәнсә уларға ярҙам итәбеҙ. Иң мөһиме - улар имен-һау йөрөһөн, донъялар тиҙерәк тынысланһын. Йөрәк һағыштарыбыҙҙы баҫып, күңелебеҙҙе һалып ҡуйған тамашабыҙ матур килеп сыҡты, уңышлы ғына сығыштар яһап йөрөнөк. Һәр ауылда халыҡ беҙҙе йылы, ихлас алҡыштар менән ҡаршы алды. Беҙ рухи аҙыҡ өләшһәк, улар яугирҙарға ярҙамға үҙ өлөштәрен индерҙе.
Беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы ҡабул итеп, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышып тороусы хакимиәт башлығыбыҙ Фәрзәт Мөхәмәтйән улы Ҡаһармановҡа айырыуса рәхмәт. Тағы ла башҡа ауылдар буйлап йөрөү ниәте бар әле, - тине Сәлимә Мәжит ҡыҙы.
Ауылда үткән һәр сараның уртаһында ҡайнаған һәүәҫкәр артистар ҙа тәьҫораттары менән бүлеште.
Гәүһәр Ишбаева: “Мин Күгәрсен районынан мәктәпкә эшкә килдем. Үҙебеҙҙә лә төрлө сараларҙа ҡатнаша торғайным, бында килгәс тә йәмғиәт тормошона ылығып киттем. Концертта яңғыҙ ҙа, хорҙа ла йырланым. Яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү һәр кемдең мөҡҡәдәс бурысы, тип һанайым, шуға күрә бындай изге, сауаплы эштән ситтә ҡалғы килмәне. Ошо концерт менән ҡыпсаҡтарҙы Күгәрсенгә алып барырға тип уйлап йөрөйөм әле”.
Миләүшә Мәхмүтова: “Иптәшем Роберт менән бергә йөрөнөк концерт ҡуйырға, ул беҙгә водитель булды. Дәртләнеп йөрөнөк, бик оҡшаны. Сығыштар төрлө темаларға арналды, патриотик рухтағы йырҙар ҙа, көлкөлө интермедиялар ҙа булды. Көс, дәрт, илһам алып ҡайттыҡ”.
“Ярҙам йөҙөнән, еңеү өсөн тип бағышланыҡ был концертты”, - ти коллективҡа бейеүҙәр өйрәтеүсе, үҙе яңғыҙ бейеүҙәр башҡарыусы Айһылыу Ғәлиуллина.
Гүзәлиә Ҡарамышева: “Ауылдарҙа ихлас алҡышлаған тамашасыларға рәхмәт. Яуҙа йөрөгән яҡындарыбыҙға әҙме-күпме ярҙам булһын тип тырыштыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған “Ләйсән” ансамбле менән бер концерттан да ҡалмайбыҙ, быйыл халыҡ исемен алдыҡ, уҙған йылда Өфөгә барып сығыш яһап, кубок алып ҡайтҡайныҡ. Минең иптәшем әлеге ваҡытта госпиталдә дауалана. Ҡәйнәм менән яугирҙарға ярҙамға тип ойошторолған сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ”.
Әлфиә Мөхәмәтғәлина:
«Мин ансамблдә ун биш йылдай йөрөйөм. Был мөхит миңә бик яҡын. Концерттар менән йөрөп ныҡ һәйбәт эш башҡарҙыҡ. Минең дә ҡустыларым МХО-ла. Яҡындарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ имен-һау йөрөп ҡайтһындар».
Гөлүзә Шәмиғолова: «Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла изге эшкә һәр саҡ ихлас ҡушыла. Барыбыҙҙа ла бер теләк - тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын!»
«МХО башланғандан алып үрелгән маскировка селтәрҙәренең иҫәбен дә белмәйбеҙ. Һуңғы йыл дауамында ун сетка тапшырғанбыҙ, әле 11-се сетканы үрергә тотондоҡ. Был эште еңелләштереү, тиҙләтеү өсөн ауылыбыҙ уңғаны Илмир Мөхәмәтғәлин яңыраҡ ҡына ағастан бик шәп ҡулайлама эшләп, мәҙәниәт йортона алып килеп ултыртты. Ғөмүмән, Илмир ҡатыны Нурия менән бик ярҙамсыл, ихластар. Сетка үреүгә материал да килтерәләр, ауылдаштарына төрлөсә бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтәләр.
Быйыл Факил һәм Марсель Шәриповтар мунса эшләп оҙатты. Шундай кешеләр күп беҙҙең ауылда. Һәр йорттан һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итә. Барыһы ла еңеү өсөн үҙ өлөшөн индерергә тырыша», - тине ауылдың ветерандар советы рәйесе Гөлшат Сәғитова.
Яҡташтарҙың ярҙамы махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың яуҙағы көнитмешен еңеләйтеүгә, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға һәм еңеү көнөн яҡынайтыуға мөмкин булғанса ярҙам иткән райондаштарыбыҙ һәр гуманитар ярҙамды әҙерләүгә йөрәк ҡушыуы буйынса ҡушыла. Барыһы ла еңеү өсөн!