

2010 йылдан хәрби хеҙмәттә булған, төрлө ҡалаларҙа, частәрҙә йәшәгән Сәйет Сәйәхов күңеле менән һәр саҡ ауылға ынтыла. Әммә хәрби тормош үҙен онотторорға бирмәй, әленән әле төрлө заданиеларҙа (был турала гәзиттең 4 июль һанында “Күпте күргән “Бабай” тигән мәҡәләлә яҙып үткәйнек) булырға тура килә уға.
Командировка менән ете тапҡыр Чечен республикаһында хеҙмәт иткән Сәйет Мотаһар улы Украинала барған махсус хәрби операция зонаһына 2022 йылда бара. Луганск өлкәһендә яугирҙар, боеприпастар, төрлө материалдар һәм яғыулыҡ ташый.
2023 йылда Донецкийға юллана. Унда разведка ротаһында хеҙмәт итә - бронланған “Урал”да шәхси составты алғы һыҙыҡҡа йөрөтә.
2024 йылда тыуған яғы Мәһәҙейгә ҡайтып, уңышлы эшмәкәрлек алып барған ағаһы Фәнис Сәйәховтың хужалығында эшләй. Бер аҙ тәжрибә туплағандан һуң, үҙ эшен асырға ниәтләй.
Күптән түгел ул ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһы сиктәрендә конкурста ҡатнашып, “Агростартап” төбәк грантын алыуға ирешкән һәм уны үҙ хужалығын үҫтереүгә йүнәлткән.
“Агростартап” - ауыл хужалығы продукцияларын етештереүселәр өсөн бизнесты үҫтереүгә финанс ярҙам.
Сәйет Сәйәхов башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү буйынса крәҫтиән-фермер хужалығын булдырыуға 2 миллион 880 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған.
-Был грант аҡсаһына трактор, 10 баш йылҡы малы һатып алдым. Үҙеңдең дә капиталың булыуы яҡшы. Яңы трактор бесән әҙерләүҙә файҙаланылды. Әле аттарға лапаҫ, ангарҙар төҙөү өсөн ер мәсьәләһе менән мәшғүлмен. Бер кешене эшкә алғанбыҙ, - ти Сәйет Мотаһар улы.
Яңы эш башлаған фермерҙың киләсәккә пландары ҙур - аттарҙы үрсетергә, ит, ҡымыҙ етештерергә, ауылда эш урындары булдырырға тигән ниәттәр менән йәшәй.
Шул уҡ ваҡытта яугир күңеле лә тыныс түгел. “Иң мөһиме донъялар тынысланһын ине. Эштәр башланып ҡына тора. Хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ әле”, - ти тыуған ерендә төпләнеп, ауыл тормошо менән йәшәргә күптән хыял иткән хәрби хәрәкәттәр ветераны.
Фермерға эштәрендә уңыштар, уйлаған уй-маҡсаттарының бойомға ашыуын теләйбеҙ.
Ә. ЮЛСУРИНА.