Барыһы ла Еңеү өсөн
26 Сентября 2025, 07:15

МХО ветерандары Ассоциацияһы ултырышы үтте

Радий Хәбиров менән осрашыуға райондан хәрби хәрәкәт ветераны Нияз Мәхмүтов барҙы.

МХО ветерандары Ассоциацияһы ултырышы үттеМХО ветерандары Ассоциацияһы ултырышы үтте
МХО ветерандары Ассоциацияһы ултырышы үтте

Баш ҡалала үткән ултырыштың көн тәртибендә ойошманы үҫтереү, хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды.

-Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң, хәрбиҙәрҙе һәм ветерандарҙы берләштерерлек, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ йәмәғәт ойошмаһы булдырырға кәрәклеген аңланыҡ, - тине Башҡортостан Башлығы.

Ассоциация алдында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, инвалид ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү, хәрбиҙәрҙең тыныс тормошҡа яраҡлашыуы һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу, шулай уҡ йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү бурыстары тора.

-Беҙҙең эшмәкәрлек күп яҡлы һәм кешеләргә реаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, - тине МХО ветерандары Ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов.

Республикаға 2,4 меңдән ашыу хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡайтҡан. Шуларҙан мең ярым самаһы шифахана-курорт дауаһын алған. Кире ҡайтҡан яугирҙарҙың яртыһынан ашыуы эшкә урынлаштырылған. 1 228 кеше хәрби хәрәкәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн психологик һәм психотерапия ярҙамы алған.

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлашыу, төбәктә адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура булдырыу, медицина учреждениеларында протезлауға федераль сертификатты файҙаланыу, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын республика колледждарындағы бюджет урындарына урынлаштырыу темалары ҡыҙыҡһындырҙы.

Радий Хәбиров менән осрашыуға райондан хәрби хәрәкәт ветераны Нияз Мәхмүтов барҙы.

-Иң тәүҙә Шайморатов һәйкәленә барҙыҡ. Бер минут тынлыҡтан һуң һәйкәлгә сәскәләр һалдыҡ, дөйөм фотоға төштөк. Осрашыуҙа бик мөһим һорауҙар бирелде. Мин МХО-ла ҡатнашҡан ветерандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына утын алдырыу мәсьәләһен күтәрҙем.

Алла бирһә, Бөрйәндә лә МХО ветерандары Ассоциацияһы булдырыласаҡ. Әлегә һорауҙар хәл ителә. Махсус операция ветерандары менән “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы хеҙмәттәшлек итәсәк. Ветерандарҙың ата-әсәйҙәренә, егеттәрҙең үҙҙәренә ярҙам булыр тип ышанам.

Беҙҙең маҡсат - Берҙәм ярҙам үҙәге булдырыу. Һәр ветеран йәки уның ғаилә ағзаһы бер урынға килеп, барлыҡ тейешле әхлаҡи, юридик, психологик ярҙам, эшкә урынлашыуҙа ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ул офис ҡына түгел, ә аралашыу, реабилитация, уҡыу өсөн урын булырға тейеш.

Үҙем йәштәр араһында остазлыҡ эшен алып барам. Балаларҙы, үҫмерҙәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү дәрестәре үткәрәбеҙ. Йәш быуын үҙен лайыҡлы шәхес итеп үҫтерһен тип теләйем - юғары белем алһындар, спорт менән шөғөлләнһендәр, эсмәһендәр, тартмаһындар.

Быйыл МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 1-се класҡа барыусы балаларын мәктәпкә оҙатыуҙы ойоштороу традицияһын ҡабул итеп, бер ҡыҙҙы тантаналы байрамға алып барҙым, 3 уҡыусыға мәктәпкә йыйынырға ярҙам күрһәттем. Бындай акция республиканың барлыҡ райондарында үтте, - тине 2022 йылда хәрби операциянан ҡайтҡан ветеран Нияз Наил улы.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас