Иҫке Монасип ауыл мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылын асыуға бағышланған концерт ойошторолдо.
Күңелгә үтеп инер һағышлы йырҙар, моңландырыр көйҙәр, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған концерт барыһына ла оҡшаны.
Ауыл халҡы изгелек акцияһында ла ҡатнашты - ил һаҡсылары өсөн гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индерҙе.
Бынан тыш, ғинуар-февраль айҙарында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл һәүәҫкәрҙәре Иҫке Монасип, Яңы Монасип, Нәби, Яуымбай һәм Әбделмәмбәт ауылдарында хәйриә концерттары менән сығыш яһаны.
Тамашаларҙан 20 мең 700 һум аҡса йыйылып, МХО-ла ҡатнашыусыларға кәрәк-яраҡтар алынды. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡы менән берлектә маскировка селтәрҙәре үреп тапшырҙы.