-Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылының пенсиялағы уҙаманы Әсхәт Мөхәмәтғәлин ауыл халҡы менән яу ҡырында йөрөгән егеттәр өсөн тағылмалы мунса эшләргә тәҡдим итте. Мунса эшләүҙең сығымдарын, әгәр эшләнһә ҡайһы тарафтарға юлланасағын белештек. Мунса Кейекбай ауылынан Курск өлкәһендә яуҙа йөрөүсе яҡташыбыҙҙың подразделенияһына оҙатыласаҡ икәне билдәле булды. Кейекбай ауылы хакимиәте, мунса эшләһәк, ярҙам итәсәктәрен белдерҙе.
22 хужалыҡта 85 кенә кеше йәшәгән Кордон халҡы өсөн сығымдар ҙур булһа ла, ауыл ир-егеттәре мунсаны үҙ көстәре менән эшләргә ҡарар итте.
Мунса эшләүҙә прораб итеп Әсхәт, финанс туплау һәм төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүсе итеп Фәрзәт билдәләнде.
Финанс туплана башлау менән мунса эшләүгә әҙерлек эштәре лә башланды. Суфиянов Илһам КамАЗ-ы менән район үҙәгенән Исмәғилов Азаматтың “Газель” рамын тейәп алып ҡайтты. Азамат пилорамаһында ҡоро ағастан 2 кубометр 30-лыҡ таҡта ярып бирҙе. Ул таҡталарҙы Насыров Юнир үҙенең станогында эшкәртеп (йышып, закрой алып) ҡуйҙы, уға Әхмәтов Рәфис ярҙам итте.
Мөхәмәтғәлин Илнурҙың тимер мейесен Иманғолов Илшат кесерәйтеп, эҫе һыу өсөн һауыт эшләп ҡуйҙы.
Ҡаһарманов Фәнил менән Әсхәт, Илшат биргән мосты беркетеп, мунса өсөн рама эшләй башланылар.
Етерлек аҡса тупланыу менән Илһам осһоҙораҡ хаҡҡа Өфөнән тимер материалдар (уголок, профилдәр) алып ҡайтты. Профнастилдарҙы һәм башҡа кәрәк материалдарҙы Әҙелбаевтың Байназарҙағы төҙөлөш магазинынан алдырҙыҡ.
Мунса Фәнилдең йылы гаражында эшләнде.
Төп эште Әсхәт, Фәнил һәм Илшат атҡарып сығарҙылар, шулай уҡ Насыров Илгиз һәм Рәфис ярҙам иттеләр.
Аҡса туплауҙа ауыл эшҡыуарҙары бик тос өлөш индерҙеләр. Ауыл халҡы 41 мең һум аҡса йыйһа, ҡырҙа йәшәүсе ауылдаштар ҙа ситтә ҡалманы, улар 12 мең һум индерҙеләр. Шулай уҡ "Хужабикә" магазины 1 капрон тас, шампундар һәм Зарипова Люциә 900 һумлыҡ поронит бирҙеләр.
Аллаға шөкөр, бәләкәй генә ауыл халҡы көсө менән шундай сығымлы эште атҡарып сыға алдыҡ.
Яуҙа йөрөгән һалдаттарға беҙҙең мунсала рәхәтләнеп йыуынырға яҙһын. Барыһы ла иҫән һау әйләнеп ҡайтһындар, - тип хәбәр итә Фәрзәт Ҡаһарманов.
Ватан һағынды беҙ бергә!