Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
17 Апрель 2023, 14:50

Өс көн ял итәбеҙ

Республика халҡын был аҙнала өҫтәмә ял көнө көтә.

Өс көн ял итәбеҙ
Өс көн ял итәбеҙ

21 апрелдә Ураҙа байрамы билдәләнә. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был көн байрам көнө тип иғлан ителгән.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 21, 22 һәм 23 апрель — ял көндәре, ә кесе йома, 20 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә Ураҙа байрамындағы ял һәм байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-17/bash-ortostanda-y-sh-sel-r-e-byl-a-nala-t-m-yal-k-n-k-t-3222770

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: