Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
7 Июнь 2022, 16:45

Мотоблок йә һыуытҡыс отҡоң киләме?

Район һәм республика баҫмаларына яҙылып, ноутбук, мотоблок, һыуытҡыс, велосипед һәм телевизор кеүек бүләктәр отошонда нисек ҡатнашырға һуң?

Мотоблок йә һыуытҡыс отҡоң киләме?
Мотоблок йә һыуытҡыс отҡоң киләме?

Бының өсөн почта бүлексәһендә яратҡан баҫмаларыңа яҙылыу шарт.

Республикала 2022 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Күптәр яратҡан гәзит-журналдарын алдырыу ғына түгел, уҡыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

“Республика Башкортостан” нәшриәт йорто rbsmi.ru сайтындағы матбуғатҡа онлайн-яҙылыу хеҙмәтен файҙаланып, өйҙән дә сығып тормайынса, бер нисә минут эсендә баҫмаларға йылдам һәм уңайлы яҙылыу алымын тәҡдим итә.

Бының өсөн “Матбуғатҡа яҙылыу” https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә гәзит йәки журналдың баҫма, шулай уҡ электрон версияһын һайларға һәм яҙылырға кәрәк. Баҫма матбуғат – һеҙ күрһәткән почта адресына, ә электрон версия электрон йәшниккә килә.

Шулай уҡ баҫмаларға редакцияла яҙылыу мөмкинлеге бар, тик был осраҡта матбуғатты килеп алырға тура киләсәк.

Матбуғатҡа нисек яҙылһағыҙ ҙа, 2022 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға квитанцияларҙың күсермәһен “Яҙыл һәм бүләк от!” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 15 июнгә тиклем ебәрергә кәрәк. Был баҫмаларҙы https://rbsmi.ru/catalog/podpiska бүлегенән һайлау шарт.

Квитанцияларҙы 15 июнгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ.

Бүләктәр июлдә Башҡортостан юлдаш телеви­дениеһының иртәнге тура эфирында уйнатыла.

 

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

2022  йылдың 6 июненән 16-на тиклем матбуғат баҫмаларына ташламалы  хаҡтар менән яҙылыу өсөн декада тураһында ла онотмайбыҙ.

Был осорҙа районыбыҙҙың “Таң” гәзитенә почта бүлексәләрендә яҙылыу хаҡтары: 3 айға– 417,57 һум, 6 айға – 835,14 һум.

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ һәм "Таң" гәзите редакцияһы ойошторған “Аҙна һайын бүләк” уйынында ҡатнашып бүләктәр отоғоҙ, дуҫтар!

Конкурста ҡатнашыу өсөн гәзиткә киләһе ярты йыллыҡтың 6 айына яҙылған булыу шарт.

Шулай уҡ, гәзиттең электрон версияһына һәм редакциянан килеп алыу юлы менән яҙылыу ҙа дауам итә: 6 айға - 570  һум. Район үҙәгендәге ойошма-учреждениеларға һәм үҙәк урамдарҙа йәшәүсе адресаттарға  илтеп биреү юлы менән яҙылыу – 600 һум була.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: