Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
19 Октябрь 2018, 13:15

Уғатарҙар сыға бәйгегә

20 октябрҙә “Ағиҙел” лагеры биләмәһендә Алдар Батыр иҫтәлегенә традицион уҡтан атыу буйынса республика турниры үтә.

20 октябрҙә “Ағиҙел” лагеры биләмәһендә Алдар Батыр иҫтәлегенә традицион уҡтан атыу буйынса республика турниры үтә.



Турнир 12 йәштән 17 йәшкә тиклемгеләр һәм 17 йәштән өлкәндәр категорияларында 5 этапта ойошторола: I этап – «Йәйләү атышы», «Төрөк путаһы», «Дошман», «Һөжүм», «Һунар». Әгәр тәүге 3 урынға дәғүә итеүселәрҙең мәрәйҙәре бер үк булһа, улар өсөн өҫтәлмә һынау үткәрелә. Шуныһы мөһим – бәйгелә ҡатнашыусылар тарихи милли костюмдарҙа булырға тейеш.

Турнир 11.00 сәғәттә башлана. Белешмәләр өсөн телефон: 8-927-957-97-11.

М. ЙӘМИЛЕва әҙерләне.

Читайте нас: